Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ноябрь , 19:52

Йәштәр гәзиттәренә 100 йәш тулды

Редакциялар юбилей кисәһенә саҡыра

Йәштәр гәзиттәренә 100 йәш тулды
Йәштәр гәзиттәренә 100 йәш тулды

Башҡортостанда йәштәр өсөн башҡорт, татар һәм рус телдәрендә өс гәзит донъя күрә: “Йәшлек”, “Өмөт” һәм “ Молодежная газета”. Быйыл улар 100 йыллыҡтарын билдәләй.

Ошо айҡанлы иртәгә, 8 ноябрҙә, киске сәғәт 7-лә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында йырлы-моңло кисә ойошторола. Сәхнәгә В. Камалов, А.Ғәлимов, Р. Ҡарабулатов, Ф.Ғәниев, Г. Бикбулатова, Л. Биктимерова, З.Иҫәнсурин, шулай уҡ Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы солистары, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары сыға.

Концерт алдынан фойела йәштәр матбуғатының тарихына арналған күргәҙмәләрҙе ҡарарға, гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Йәштәр баҫмалары үҙ уҡыусыларын, дуҫтарын, авторҙарын Башҡортостан” дәүләт концерт залында көтөп ҡала. Инеү бушлай.

Сығанаҡ, фото: mgazeta.com/news/nam-100/2023-10-27/molodyozhnye-gazety-bashkirii-priglashayut-druzey-na-prazdnovanie-stoletiya-3496204

Автор:Равиля Гатауллина
 
Йәштәр гәзиттәренә 100 йәш тулды
Йәштәр гәзиттәренә 100 йәш тулды
Автор:
Читайте нас в