Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Октябрь 2023, 11:30

Ниндәй тоҙ бигерәк тә зарарлы?

Белгестәр зарарлы һәм файҙалы тоҙҙарҙы атаны.

Улар ҡара тоҙҙо иң файҙалыһы тип иҫәпләй. Ул аш-һеңдереүгә ыңғай йоғонто яһаусы микроэлементтарға бай.

Диңгеҙ тоҙонда, гималай һәм алһыу тоҙ кеүек, магний, калий һәм сульфаттар күп, ҡулланыу өсөн хәүефһеҙ варианттарҙың береһе  һанала. Әммә уларҙы магазиндарҙа табыуы ҡыйыныраҡ.

Ғәҙәти тоҙ - тоҙҙоң таҙартылған варианты. Ул иң зарарлыһы тип һанала. Сөнки фильтрлау һәм эшкәртеү барышында бөтә файҙалы матдәләр йыуыла.

Йодланған тоҙ, аш тоҙонан айырмалы рәүештә, калий йодиды менән байытылған.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас