

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Тыныс тормошҡа әллә ни өмөт итмәгеҙ. Уйламаған етди мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Бынан тыш, янығыҙҙағылар менән бәхәстәр ҙә ҡәҙимгенән күбәйер. Алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙы ла үҙгәртерһегеҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна икелерәк көтөлә. Ҡыйыныраҡ хәлдәр кесе йомала – йомала осрар. Шулай ҙа ыңғай ваҡиғалар ҙа күп булыр. Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә башҡалар менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Яратҡан кешегеҙ менән дә арағыҙ йылыныр.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Көндәр һәйбәт килер. Шишәмбелә генә һағыраҡ булырға ҡушыла – ышанысһыҙ кешенең һүҙенә бирелеүегеҙ бар. Кесе йомала ҡайһы бер етди нәмәләргә күҙегеҙ асылыр. Яҡшы хәбәрҙәр ҙә ишетерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Шаршамбы һәм йома һеҙҙең өсөн үтә уңышлы һәм файҙалы булмаҡсы. Башҡалар араһында һүҙегеҙ үтер, уй-фекерҙәрегеҙ һәр саҡ хуплау табыр һымаҡ. Өмөтлө тәҡдимдәр алыуығыҙ ҙа бик ихтимал.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәһә лә, аҙна һәйбәт үтер. Ниндәйҙер күптән онотолған мәсьәләләргә яңынан әйләнеп ҡайтырһығыҙ. Йомала эштәгеләр менән бәхәстәр килеп сығыуы бар.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбелә ҡайһы бер ваҡиғаларҙың һеҙ уйламағанса барыуы мөмкин. Бигүк борсолмағыҙ, әллә ни юғалтыуҙар кисермәҫһегеҙ. Күпселек осраҡта үҙаллы эш итерһегеҙ – яҡында ярҙамға килерлек кеше булмаҫ, буғай.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Һеҙгә теләктәшлек белдерергә теләүселәр ҡапыл күбәйеп китер, моғайын. Бының сәбәбен үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ һымаҡ. Шулай ҙа һаҡ булығыҙ: яңы дуҫтарығыҙ араһында ышанысһыҙ кешеләр ҙә юҡ түгел.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ҡайһы бер элек аңламаған нәмәләрҙең асылына төшөрһөгөҙ. Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмай кеүек. Яҡын кешеләрегеҙгә ярҙам итергә форсат табырһығыҙ. Килгән аҡса, ҡомға һеңгән һыу кеүек, тиҙ бөтөр.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Мәл тормошоғоҙға ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Бының өсөн үҙегеҙгә лә әүҙем аҙым яһарға кәрәктер. Бәғзеләргә йәмәғәт сараларында ҡатнашып үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алырһығыҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Көндәр ҡәҙимгесә үтер. Кире һәм һәйбәт ваҡиғалар һәр саҡтағыса аралашып барыр. Үҙегеҙҙән артыҡ күпте талап итмәгеҙ – булғанына ла шөкөр итегеҙ. Шаршамбылағы хәлдәрҙән зыян күрмәҫһегеҙ.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаҫҡа тейеш. Башта ҡатмарлы күренгән мәсьәләләрҙе лә еңел хәл итерһегеҙ. Шулай ҙа аралашыуҙа һеҙҙән бер аҙ түҙемлек талап ителер. Йондоҙҙар яңы таныштарығыҙ алдында артыҡ асылмаҫҡа ҡуша.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Аҙна башында элек күрмәгән өмөтлө мөмкинлектәрҙе күреүегеҙ бар. Улар ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар менән бәйле булыр. Әгәр уларҙан ҡурҡмаһағыҙ, икеләнмәй эшкә тотоноғоҙ. Бер юлы бик файҙалы нәмәләргә лә өйрәнерһегеҙ.
ӨМӨТБАЙ.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-09-24/yondo-nam-25-sentyabr-1-oktyabr-3447824