20 сентябрҙә Иҫке Балтас ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле һәм Яңауыл райондары ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.
Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Эш башланыр алдынан төбәк етәксеһе муниципалитет предприятиелары һәм эшҡыуарҙары продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ Балтас районындағы оло йәштәгеләрҙең береһе – 92 йәшлек Миңленур Шәйбәкова менән аралашты.
Район хәрби комиссариаты вәкилдәре республика етәксеһенә муниципалитетта контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса эштең нисек ойошторолоуы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров “Ауыл тренеры” программаһы буйынса аҡсалата сертификатҡа эйә булған тренерҙар менән аралашты. Улар төбәк етәксеһенә балалар һәм үҫмерҙәр спортына булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм урындағы спорт мәктәбе өсөн автобус һатып алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды . Радий Хәбиров был мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Урындағы тауар етештереүселәр менән аралашҡанда, төбәк етәксеһе уларҙың ауыл хужалығы кооперацияһына, халыҡ кәсептәренә һәм башҡа йүнәлештәргә булышлыҡ итеү республика программалары буйынса бүленгән субсидияларҙан файҙаланыуы менән ҡыҙыҡһынды. Республика был тармаҡтарға ярҙам итеүен дауам итәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Күргәҙмәлә төбәк етәксеһе Балтас районының Яңы Яҡшый ауылы янында глэмпинг төҙөү проекты менән танышты. Бында үҙ һыу ятҡылығы бар, ә тәбиғәт үҙенсәлектәре туризмды үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы күп балалы әсә – Альбина Хәйҙәршина менән аралашты. Улар тормош иптәше менән 13 бала тәрбиәләй. Быйыл Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-Әсә” орденын тапшырған.
Һуңынан Башҡортостан Башлығы район мәҙәниәт һарайын ҡараны. Районда бөтәһе 143 клуб формированиеһы эшләй. Уларҙың күбеһе төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа еңеүсе һәм лауреат булған.
Семинарҙағы сығышында төбәк етәксеһе 10 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа еңгән ауыл биләмәләре башлыҡтарын ҡотланы, шулай уҡ яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдары эшенең көнүҙәк бурыстарын билдәләне.
Төбәк етәксеһе 2024 йылда, Өфө үҙенең 450 йыллығын билдәләгәндә, ҙур социаль объекттарҙың төҙөлөш барышы хаҡында һөйләне. Төбәк етәксеһе милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүлде.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар министрлыҡ һәм ведомство эксперттары ҡатнашлығында тематик эш төркөмдәре форматында ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең көнүҙәк темаларын тикшерҙе. Улар иҫәбендә – ауылдарҙы төҙөкләндереү, транспорт һәм юл хужалығы, торлаҡ-коммуналь өлкә, социаль инфраструктура, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре, халыҡ менән һөҙөмтәле эш итеү.
Семинар аҙағында төбәк етәксеһе фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Фото: glavarb.ru