-9 °С
Болотло
«Башидельстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Асҡын район үҙәк китапханаһының тышын реставрациялау эшенә тотондо. Стеналарҙы яңыртыу эше ике ай эсендә тамамланырға тейеш. Был ваҡытҡа бихисап эштәр башҡарыу ҡаралған. Стенаны яңыртыу менән бер рәттән урамды яҡтыртыу һәм китапхана эргәһен асфальтлау эштәре лә планға кертелгән.