Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Августа 2023, 06:00

Бәрхәт сәскә шифа кемгә?

Баҡса йәме булған был сәскә ҡайһы бер сирҙәргә дауа икән.  

Ашҡаҙан аҫты биҙе, шәкәр диабеты ауырыуҙарын профилактикалау, нерв системаһын һәм ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн бәрхәт сәскә (бархатцы) менән яһалған төнәтмәләрҙе ҡулланырға була.

1 сәскәне орлоғо менән ваҡлап, өҫтөнә 1 стакан һыу һалырға. Көн дауамында 4-кә бүлеп, эсергә. Панкреатин ваҡытында һәр 2 сәғәт һайын 1 аш ҡалағы ошо төнәтмәне эсәләр. Витилиго, нейродермит, псориаз һәм күреү һәләте насарланғанда, сәстәр ҡойолһа, төнәтмәне көслөрәк итеп яһайҙар. 8 сәскәгә 4 стакан эҫе һыу һалып, талғын утта 5-7 минут ҡайнаталар. Көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. дауаланыу курсы 1 ай.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова

Автор:
Читайте нас