Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Август 2023, 05:48

Ҡыҙыл ҡарағат менән маринадланған ҡыяр

Баҡсаларҙа ҡыярҙар өлгөрҙө, ҡыҙыл ҡарағаттар ҡыҙарҙы.

🔺 Яңы ысул - ҡыярҙы ҡыҙыл ҡарағат менән ҡышҡылыҡҡа эшләп ҡарайыҡ. 
🔹Ҡыярҙар кетерләк була һәм үҙенсәлекле тәм ала. Маринадланған ҡарағаттар үҙҙәре лә бик тәмле килеп сыға.
🔺Ҡыярҙар уксусһыҙ маринадлана, ҡыҙыл ҡарағат уксусты алмаштыра.

❇Ингредиенттар:
▪Ҡыяр — 600 г
▪Һарымһаҡ — 2 эре теш
▪Һуған — 1 баш.
▪Ҡыҙыл ҡарағат— 1,5 стакана
▪Ҡара борос— 3 борсаҡ.
▪Ҡәнәфер — 3 шт.

❇Рассол өсөн:
▪Һыу — 1 литр
▪Шәкәр — 1аш ҡалағы.
▪Тоҙ — 2,5аш ҡалағы.

❇ Әҙерләү:
🔹ҡыярҙарҙы йыуабыҙ, кәмендә 2 – 3 сәғәт һалҡын һыуҙа тотабыҙ.
🔹банка төбөнә ҡарағат япраҡтары, һарымһаҡ киҫәктәре, һуған балдаҡтары һалабыҙ.
🔹ҡарағатты таҙартып йыуабыҙ.
🔹 ҡыярҙарҙы банкаға вертикаль рәүештә тығабыҙ, араларына ҡарағат тултырабыҙ.
🔹 банканы ҡайнар һыу менән тултырып 5 – 10 минут тотабыҙ.
🔹һыуҙы банканан кире кәстрүлгә бушатабыҙ ҙа рассол яһайбыҙ: ҡайнап торған һыуға тоҙ, шәкәр, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ.
🔹рассолды ҡайнар килеш йәнә банкаға ауҙарабыҙ, өҫтөн ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ һәм стерилизацияға ҡуябыҙ (1 литрлыҡ банкаға – 8-10 минут).
🔹банкаларҙы тимер ҡапҡастар менән ябып, әйләндереп ҡуйып йылы әйбер менән урайбыҙ.

 

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_51259

Автор:
Читайте нас