

Психология фәндәре кандидаты Ольга Викторовна Фролованы Бөрөлә күптәр белә. Ул 1992 йылдан алып психолог булараҡ танылған. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң психология фәндәре докторы, профессор, Силәбе дәүләт университетының психология факультеты деканы О. Агавелян етәкселегендә “Фрустрацион ситуацияла хәүефлелектең барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәрен өйрәнеү” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Шәхси эшмәкәрлеккә ҡапыл ғына килмәгән ул. Хеҙмәт юлы мәғариф системаһының төрлө тармаҡтары менән бәйле: балалар баҡсаһында, мәктәптә, мәғариф идаралығында хеҙмәт итә, 25 йыл юғары уҡыу йортонда студенттарға белем бирә. “Минең яҙған фәнни хеҙмәттәрем халыҡҡа барып етмәй, кеше күңеленә яҡыныраҡ булғы килеү, әҙ генә булһа ла уларға ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәнлектән үҙемдең шәхси мәктәбемде асырға ҡарар иттем”, – ти ул. Шуға күрә, күп уйлап тормай, вузда эшләү менән бер рәттән, 2005 йылда “Гармония” психологик ярҙам күрһәтеү үҙәген аса. Унда райондың һәм ҡаланың төрлө йәштәге, төрлө статустағы халҡы мөрәжәғәт итә — психологик ярҙамға мохтаж ике йәшлек баланан алып 85 йәшкә тиклемге өлкәндәр килә.
Бөгөн үҙәктә психолог-дефектологтар, логопедтар, менталь математика буйынса педагогтар, башланғыс кластар һәм айырым предметтар буйынса репетиторҙар, гитарала уйнарға өйрәтеү, рәсем студиялары эшләй. Балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн психологик консультациялар ойошторолған. Ғәҙәти һәм мөмкинлектәре сикле балалар менән айырым эш алып барыла. Башлыса индивидуаль эшләү практикаланған, әгәр төркөмдәрҙә икән, алты кешенән артмай.
Үҙәктең төп маҡсаты: балаларға һәм өлкәндәргә психологик ярҙам итеү, эмоциональ, шәхси һәм үҙен тотоуҙа барлыҡҡа килгән проблемалар өҫтөндә эшләү, танып белеү өлкәһен үҫтереү, тормошта килеп тыуған ауыр ситуацияларҙа ярҙам итеү, балаларҙың үҫешендә барлыҡҡа килгән кәмселектәрҙе бөтөрөү юлдарын эҙләү, өлкәндәр менән индивидуаль консультациялар үткәреү, үҫмерҙәргә үҙҙәренә ышаныс арттырыу, дөрөҫ аралашыу буйынса тренингтар үткәреү тора.
Һуңғы 13 йылда үҙәк ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләүҙе төп маҡсат итеп алған. Бигерәк тә ҡатмарлы тормош хәлендә тороп ҡалған гүзәл заттарҙың артыуы күҙәтелә икән. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ практикаһына акцент бирелә. Был юҫыҡта Ольга Викторовна үҙе үк бик күп эффектлы алымдарҙы өйрәнгән.
Шул уҡ ваҡытта кеше күңелен имләүсе психолог тап ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә үҙенең автор тренингтарын һәм курстарын төҙөгән. Мәҫәлән, «Үҙемде үҙемә ҡайтарам», «Мин — ҡатын», «Ҡатын-ҡыҙ көсө өлкәһе», «Королева дәрәжәһе», «Аҡса – ул мөхәббәт», «Ырыу көсө» тренингтары, «Ир һәм ҡатын: аңлау, ҡабул итеү һәм ғәфү итеү» оҫталыҡ дәрестәре гүзәл заттар өсөн үткәрелә. Был автор программаларының һәм эшкәртмәләренең һәр береһе мөһим әһәмиәткә эйә. 2021 йылдан алып Өфө ҡалаһындағы «Туризм һәм ғаилә ялы академияһы» агентлығы менән хеҙмәттәшлек итеп, берлектә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн семинарҙар үткәрелә.
Балаларға консультациялар һәм дәрестәр үткәреү төрлө географияны алып тора. Әлбиттә, Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы өҫтөнлөктә тора, шулай уҡ Өфө, Дүртөйлө, Яңауыл, Нефтекама, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург, Когалым, Һорғот һәм башҡа ҡалалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары менән, «Ғаилә» ярҙам үҙәге, ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы менән эш яйға һалынған.
Һуңғы йылдарҙа кешенең күңелен дауалауға иғтибар артҡандан-арта. Шуға күрә эшлекле ханым шәхси бина һатып алып, “Гармония” үҙәген тағы ла киңәйткән. Хәҙер инде ҡаланың ике осонда ла йәнле эш алып барыла.
Ата-әсәләр өсөн кәңәштәр:
✓Балағыҙҙы нисек бар, шулай ҡабул итегеҙ, шул ваҡытта ул үҙен бәхетле тойор.
✓Балағыҙҙы “күҙгә күҙ ҡарап” тыңларға өйрәнегеҙ. Шул ваҡытта ул үҙенең һеҙҙең өсөн мөһим булыуын аңлар.
✓Тәрбиәлә аныҡ сик ҡуя белегеҙ: нимә ярай, нимә юҡ. Шул ваҡытта бала үҙенең нимәне дөрөҫ эшләүен йәки эшләмәүен аңлаясаҡ.
✓10 йәшкә тиклем балағыҙға ваҡытығыҙҙы күберәк бүлегеҙ, аҙаҡтан ул йәштәштәре менән аралашыуға өҫтөнлөк бирәсәк.
✓Балағыҙҙы көнөнә һигеҙ тапҡырҙан да әҙ ҡосаҡламағыҙ. Кешегә бәхет өсөн тап шуныңса ҡосаҡлау кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәштәр:
✓Эш һәм ялды дөрөҫ ойоштороғоҙ. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был бик мөһим. Әгәр ҙә ул һәр ваҡыт йүгерә икән, эш атына әйләнә, һөҙөмтәлә эмоциональ яҡтан һәм ҡатын-ҡыҙ һаулығында проблемалар башлана.
✓Үҙегеҙ өсөн ваҡыт табығыҙ: хобби, бейеү, фитнес, бассейн йәки аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡабатланып торған башҡа нәмә.
✓Көнөнә кәмендә 15 минут тыныслыҡта ҡалырға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе тыңлағыҙ.
✓Үҙегеҙгә бәләкәй генә булһа ла ҡәнәғәтлек ойоштороғоҙ: әхирәттәрегеҙ менән аралашығыҙ, бәләкәй булһа ла шатлыҡ әҙерләгеҙ.
✓Үҙегеҙҙе һәм үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе тәрбиәләгеҙ. Массажға, спа-процедураға, парикмахерға йөрөгөҙ.
✓Үҙегеҙ булған өсөн генә лә тормошҡа ҡыуаныс менән ҡарағыҙ!!!
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.