

3 литрлы банкаға артыҡ тултырмайынса (2,7 л тирәһе) таҙа һыу ҡойорға ла, йылы һыуҙа ебетелгән 100 г сөпрә менән ярты стакан шәкәр һалабыҙ. Бутағас, өҫтөн марля менән ҡаплап, йылы урынға ҡуйырға. Көнөнә 2-3 мәртәбә болғатып торорға онотмағыҙ. Әсеүе бөткәс (3 тәүлек тирәһе үтә), ашлама әҙер тигән һүҙ.
10 л һыуға 1 стакан сөпрәле ҡатнашманы һалып, бутағыҙ. Һәр помидор төбөнә 1 л тирәһе ҡойорға кәрәк. Был ысул менән йәй буйына өс тапҡып туҡландырып алһағыҙ, помидорығыҙ "емерелеп" уңыр, ҡайҙа итергә белмәй аптырарһығыҙ, ти тәжрибәле баҡсасылар.