

Һатыусы һөнәре бик яуаплы ла, ҡатмарлы ла, кәрәкле лә. Магазинды мәғлүмәт үҙәге менән сағыштырырға ла мөмкин, сөнки унда халыҡ аҙыҡ-түлек өсөн генә түгел, ниндәй ҙә булһа проблемалар тураһында фекер алышырға, яңылыҡтар менән уртаҡлашырға ла килә. Бигерәк тә оло йәштәге һатып алыусылар. Ә һатыусы барыһы менән дә уртаҡ тел табырға, иғтибарлы булырға һәм кәрәк саҡта кәңәш бирә лә белергә тейеш. Сауҙа өлкәһендә тырыш хеҙмәте менән оло ихтирам яулаған Гүзәлиә Ғаттарова нәҡ шундайҙарҙың береһе.
“Илназ” магазинына килеүселәрҙе һәр саҡ асыҡ йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы ала Гүзәлиә Латиф ҡыҙы. Шуғалыр ҙа уның эргәһенән кеше өҙөлмәй.
Гүзәлиә Латиф ҡыҙы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам, — ти “Илназ” магазины хужаһы Илүс Әхмәтов. – Беҙҙә ул байтаҡ эшләй. Ҡушылғанды еренә еткереп, теүәл итеп башҡара. Һатып алыусылар һәм хеҙмәттәштәре менән дә һәр саҡ яҡшы мөғәләмәлә. Кәрәк саҡта һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Етәксе кеше шулай һине маҡтап телгә алһын өсөн, үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә һөнәреңде яратыуҙан тыш, игелекле, ихлас, ярҙамсыл булырға ла кәрәктер, моғайын. Ә Гүзәлиә Ғаттарова нәҡ шундай шәхес.
Тулыраҡ "Йәнөйәк" гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.