Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Июль 2023, 04:26

Көтөп алынған осрашыу

Махсус хәрби операция башланғас, балтастар ҙа илебеҙ именлеген һаҡларға юлланды. Түбән Ҡарыш ауылынан “Танып” ҡушаматлы яугир шулар рәтендә.

Көтөп алынған осрашыуКөтөп алынған осрашыу
Көтөп алынған осрашыу

Махсус хәрби операцияға оҙатылғансы райондашыбыҙ Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән. Илебеҙ тыныслығын һаҡлау өсөн Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальонына ирекмәндәр йыя башлағас, ул оҙаҡ уйламай, яҙылырға була. Үткән йылдың июнь айында Ырымбур өлкәһенең Тоцкое ауылында хәрби әҙерлек үтә һәм артабан махсус хәрби операцияға юллана.
Күптән түгел һанаулы ғына көндәргә ялға ҡайтты. Барлыҡ туғандары һәм яҡындары өсөн ҡыуаныслы ваҡытта беҙгә лә уның менән осрашып, әңгәмәләшеү насип булды.
Башта һорауҙар “ҡайнай”... Барыһы ла ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, йәшәү шарттары, хәрбиҙәрҙең бер-береһенә нисек ярҙам итеүе, буш ваҡыттарын нисек үткәреүе, тыуған яҡты һәм туғандарын һағыныу хистәрен нисек еңеүе...
Тик, “Танып”, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан башҡа егеттәр һымаҡ, унда булған ваҡиғалар тураһында аҙ һөйләй. Яуап бирһә лә — теүәл һәм етди. Ҡыҫҡаһы, ысын ир-егеттәрсә.

Тулыһынса мәҡәләне "Йәнтөйәк" гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ!

Көтөп алынған осрашыу
Көтөп алынған осрашыу
Автор:
Читайте нас