

Борай ҡыҙы Русалина Шакирова Ваныш ауылы янындағы быуала балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. 2020 йылда “Балыҡ үрсетеү хужалығын булдырыу һәм үҫтереү” дәүләт программаһында ҡатнашып, грант ота. Шул аҡсаға ул бер нисә төр балыҡ һәм махсус һыуытҡыслы машина һатып алып, быуаға ебәрә. Тырыш эшҡыуарҙың эше аҡрын ғына үҫеш ала, районда уларҙың балыҡтарына һатып алыусылар тарафыннан ихтыяж көндән-көн арта. Балыҡтарҙы ашатыуҙа атаһы ярҙамлашһа, әсәһе уларҙы район үҙәге баҙарында һатыуҙа булыша.
“Нисек балыҡ үрсетеү эшенә тотондоғоҙ һәм уңыштар нисегерәк” тигән һорауға, Шакировтар:
– Балыҡтың файҙаһы ифрат күп. Ул донъяла иң файҙалы аҙыҡтарҙың береһе булып һанала. Уның ите аҡһым һәм D витамины кеүек мөһим туҡлыҡлы матдәләргә бай. Шуларҙы иҫәпкә алып, был тармаҡ буйынса эш башларға булдыҡ. Район халҡын сифатлы, тәбиғи яҡтан таҙа һыулыҡта үрсетелгән балыҡ менән тәьмин иткебеҙ килде. Быуала балыҡтарға иркен, улар тәбиғи ризыҡ менән туҡлана, өҫтәмә туҡландырыу ҙа балыҡтарҙың үҫеүен тиҙләтә. Ҡармаҡҡа ике-өс килограмлы һаҙандар һәм аҡбалыҡтар эләгә, — тип һөйләне.
Эшҡыуарлыҡтың был төрө быуанан балыҡ тотоп һатыу ғына түгел шул. Үрсетеп табыш алғансы ете ҡат тир түгергә кәрәклеген үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Яңы ғына балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә башлаусыларға был өлкәлә уңыштар ғына теләйһе ҡала.
Балыҡ тотоу — сәләмәтлеккә дауа
Беренсе ҡарашҡа балыҡ тотоуҙың әллә нимәһе юк кеүек, ул һәр кем ҡулынан килерҙәй эш һымаҡ тойола. Ә бына күл буйына барып һыуға ҡармаҡ ташлай башлаһаң, балыҡтарҙы барыһының да эләктерә алмауына инанаһың.
Ҡармаҡ тотоп һыу буйында ултырыусы кеше саф һауа һулай, ял итә, стрестарҙан арына. Балыҡ тотоу күңелде тынысландыра. Белгестәр тиҙ ярһыусан кешеләргә аҙна һайын балыҡҡа йөрөргә кәңәш итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, балыҡ тотоу йөрәк-ҡан тамырҙарын, иммунитетты нығыта. Балыҡ тотҡанда йөрәк тыныслана, иркен итеп һулыш алына, шунлыҡтан үпкәләрҙә 15 процентҡа яҡшыраҡ һауа алмашына.