Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Июль 2023, 06:00

Алтынға тиң ғүмер юлы

Венера һәм Фиҙаил Нуриевтар күркәм ғүмер байрамдарын билдәләне

Алтынға тиң ғүмер юлыАлтынға тиң ғүмер юлы
Алтынға тиң ғүмер юлы

Алтын туй — йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә йәшәгән парҙар һәр ваҡыт күңелдә һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Борай ауылында ғүмер итеүсе Венера Назиф ҡыҙы менән Фиҙаил Сафа улы Нуриевтар ошондай ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе.
50 йыл ваҡыт уҙһа ла, оло ихтирамға лайыҡ был ғаилә бер-береһенә булған һөйөү хистәрен һыуытмайынса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайынса, матур итеп ғүмер кисерә. Бергә йәшәгән йылдарҙың улар өсөн һәр миҙгеле ҡәҙерле һәм яҡын. Артҡа боролоп ҡараһаң, 50 йыл эсендә ниҙәр генә кисерелмәгән дә, ниндәй генә һынауҙар аша үтелмәгән...
Венера һәм Фиҙаил Нуриевтар райондаштары, ауылдаштары араһында бик хөрмәтле кешеләр. Венера Назиф ҡыҙы сығышы менән Дүртөйлө районы Барғыҙбаш ауылынан. Хәҙер хаҡлы ялда булған шәфҡәт туташы 38 йыл ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған. Оло йөрәкле, изге күңелле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер гүзәл зат әле булһа ауылдаштарынан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә. “СССР-ҙың почетлы доноры” исемен дә лайыҡлы йөрөтә ул.
Фиҙаил Сафа улы Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуған. Бала саҡтан тырыш, уңған, маҡсатсан булып үҫә. Хеҙмәт юлында яуаплы вазифалар башҡара: кино селтәре директоры, хакимиәт башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары булып эшләй, Журналистар союзы ағзаһы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хөрмәт иттеләр, ололанылар үҙен. Бөгөнгө көндә Фиҙаил Сафа улы хаҡлы ялда, ижад менән шөғөлләнә. Эйе, артта ҡалған йылдар эсендә күпме хеҙмәт, күпме тынғыһыҙ көн һәм төндәр?!
Нуриевтар бер балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп үҫтергән. Бөгөн ике ейәненә, ҡыҙҙары Гөлназдың уңыштарына һөйөнөп ғүмер кисерәләр.
— Эштән башҡаны белмәнек. Һәр көнөбөҙ хеҙмәттә уҙҙы. Эш, ғаилә, бала тип, шатлыҡлы ла, ваҡытында ҡыйын да булған миҙгелдәре менән ғүмерҙең уҙғаны һиҙелмәне лә. Йәш саҡта нисек тә үтә, олоғайған көндә бер-береңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуыңны аңлайһың, — ти ғүмер юлын һоҡланырлыҡ уҙған Нуриевтар.
Иңде-иңгә терәп ярты быуат ғүмер кисергән был ғаиләнең алдағы көндәрҙә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, ейәндәр игелеген күреп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.

Гөлназ Ханова.
Фото ғаилә архивынан алынды.

Алтынға тиң ғүмер юлы
Алтынға тиң ғүмер юлы
Автор:
Читайте нас