

Йәй миҙгеле осрашыу, күрешеүҙәр менән дә йәмле. Һәр кемгә бала сағы үткән, урам буйлап ялан аяҡ йүгереп йөрөгән, дуҫтары менән уйнаған тыуған ауылы , атай нигеҙе ҡәҙерле. Үткән ялда йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан бәләкәй генә Ҡушкүл ауылында Фәтхуллиндар нәҫеле осрашты.
Бер туған Фәүхетдин, Фәйзүнә, Фоат, Фәғнәүи, Фәғилә, Нуртдин Фатхуллиндарҙың тыуып-үҫкән нигеҙенә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйылды. Мәскәү, Өфө, Ҡазан ҡалаларынан, район үҙәгенән бик күп туғандар бер-береһен һағынышып ҡайтҡайны. Әсәйҙәре яғынан ике туғандарын да саҡырғайны Фәтхуллиндар. Йортта ҙур итеп өҫтәл әҙерләп, тәмле итеп былау, аш бешереп, самауыр сәйе ҡайнатты улар. Балалар сыр-сыу килеп уйнаны, ололар хәтирәләргә бирелде, йәштәр фотоға төштө.
Мәрхүм ата-әсәләре Нажиә Фазлинур ҡыҙы һәм Нурулла Фәтхулла улын, уның апаһы Хәмиҙә Фәтхулла ҡыҙын да иҫкә алып, зыярат ҡылдылар. Йәмле Ҡушкүл буйына барып бала саҡта көйәнтәләп һыу ташығандарын иҫкә алдылар. Әйткәндәй, быйыл Фәтхуллиндарҙың тыуған йортона 70 йыл булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ғына йылдан-йыл бәләкәйә, ни бары 5-6 йортта ғына йәшәйҙәр бирелә.
Бала саҡты иҫкә алып, йыл да шулай йылы мөхиттә, иҫәнлектә-һаулыҡта осрашып торорға яҙһын тип таралышты туғандар.
Илһөйәр Махатова.