

Башбайбаҡ ауылында “Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер” исемле ауылдаштар осрашыуы үтте. Унда йәше лә, ҡарты ла ихлас ҡатнашты. Ауыл бик бәләкәй, бөгөнгө көндә ни бары 30 кеше йәшәй. Әммә тыуған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтыусылар күп булды. Ойоштороусылар байрамға тәмле былау һәм сәй әҙерләгәйне.
Осрашыу ауыл именлеге һәм берҙәмлеге өсөн доға ҡылыуҙан башланды. Сәләмләү һүҙҙәре менән Уръяҙы ауыл биләмәһе башлығы Раик Заһитов сығыш яһаны һәм ауыл активистарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ауылдаштарын ветерандар советы рәйесе Мәхтүмә Мирғәлиева, Мишкә районы татарҙары конгресы рәйесе Илгиз Шәкүров тәбрикләне. Артабан сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары иҫтәлегенә төҙөлгән обелискыға сәскәләр һалды. Һуғышҡа ауылдан 45 кеше оҙатыла, шуларҙың ни бары 13-ө генә кире әйләнеп ҡайта. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла Башбайбаҡтан ике ир-уҙаман ҡатнаша.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң Зәлиә Фәлғәт ҡыҙы Ғатина ауыл тарихы менән таныштырҙы. Ауыл тураһында мәғлүмәт бик аҙ һаҡланған. Әммә ул аҡһаҡал, ағинәйҙәрҙән һорашып, бай мәғлүмәт туплаған. Зәлиә Фәлғәт ҡыҙы ауыл барлыҡҡа килгәндән алып беҙҙең көндәргә тиклем бай мәғлүмәт йыя алған.
Байрамдың иң күркәм өлөшө ауылдың алдынғы, тырыш, татыу ғаиләләрен бүләкләү булды. “Иң бөхтә ихата” хужалары – Хәжиә һәм Рәдиф Хазинуровтар, “Иң матур ихата” хужалары — Венера һәм Камил Әйүповтар, “Милли стилдәге йорт” хужабикәһе Рәсимә Әйүпова бүләкләнде. Ғиниәтовтар 2022 йылда йорт төҙөп сығыусы “Иң йәш йорт” хужаһы булараҡ билдәләнде. Яңы йорттар төҙөлә икән, тимәк ауылдың киләсәге бар, улар ауылдың йәшәйәсәгенә өмөт бирә, ти ойоштороусылар. Шулай уҡ “Ауылдың иң йәш гражданы” тип — Самира Кәримова, 86 йәшен тултырған Әнфәс Нуримхәмәт улы Нуримхәмәтов иң оло кеше булараҡ бүләкләнде. Шулай уҡ ишле ғаилә — ете бала тәрбиәләүсе Ольга Петренкова тәбрикләнде. Тағы ла оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе, йәштәргә өлгө күрһәтеүсе парҙар ҙа билдәләнде байрамда. 60 йыл бергә татыу ғүмер итеүсе Хәжиә һәм Рәдиф Хазинуровтарҙы һәм 55 йыл иңгә-иң терәп матур тормош көтөүсе Венера һәм Камил Әйүповтарҙы ла хөрмәтләнеләр.
Байрамға Ғатиндар, Мөжиповтар, Әйүповтар ғаиләләре үҙҙәренең шәжәрәһен әҙерләгәйне. Һәр ғаилә нәҫел ағасы менән таныштырып, музыкаль бүләк тапшырҙы.
Сараның төп өлөшөнән һуң уйын-көлкө, концерт программаһы башланды. Оло Шаҙы ауылынан килгән Илфак Арысланов, Бабай ауылынан Тәнзилә һәм Әнүәр Әхәтовтар, Янағош ауылынан балалар бейеү коллективы (етәксеһе Флүрә Заһитова), Уръяҙы ауылынан Рифҡәт Фәйзуллин, Камай ауылынан Тамара Исадыҡованың сығыштары ауылдаштар күңеленә хуш килде.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илгиз Шәкүровтың сығышы Башбайбаҡ ауылы халҡы өсөн ҙур бүләк булды. Ғөмүмән, байрамда бик күп матур йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.
Июнь айының бер йәмле көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туған-тыумасалары, дуҫ-әхирәттәре менән аралашыуҙан көс, дәрт, илһам алып таралышты халыҡ.
“Киләһе осрашыуҙарҙы оҙаҡҡа һуҙмай, саҡырғанды көтмәй ҡайтығыҙ, ауылдаштар. Тыуған тупрағығыҙҙы ташламағыҙ, нигеҙегеҙҙе һыуытмағыҙ. Ауылыбыҙ данын ситтә тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтегеҙ”, – тигән теләктәрен еткерҙе байрамды ойоштороусыларҙың береһе, сараны алып барыусы Әлиә Мортазина.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Мишкә районы.