

Һәйкәлде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Штәнде ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Вәлиев, Балтас һәм Тәтешле райондары буйынса хәрби комиссар Ансар Арысланов, Зөфәр уҡыған колледж вәкилдәре, район Советы депутаты Фидәис Хәмәҙуллин, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир, һуғыш хәрәкәттәре ветерандары, батырҙың ата-әсәһе, туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты.
Нефтекама машина төҙөү колледжынан килгән Резеда Әхмәрова Гөлсинә Ғабдулла ҡыҙы һәм Зөлфәт Хәбибрахман улына Зөфәр тураһында фотодокументтар һәм иҫтәлектәр менән тулыландырылған “Хәтер китабы”н тапшырҙы. Шулай уҡ уҡыу йорто музейында батыр егеттең уҡыу осорон сағылдырған махсус мөйөш булдырылғанын билдәләне.
—Зөфәр беҙҙең уҡыу йортоноң иң яҡшы студенттарының береһе булды. Ул ышаныслы һабаҡташ, яҡшы дуҫ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер шәхес ине. Уҡытыусылар уны һәр саҡ маҡтау һүҙҙәре менән генә иҫкә ала, — тине ул.
Тантаналы митингтан һуң һәйкәлгә сәскәләр һалынды, яугирҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Биреләге ауыл үҙәгендәге парк һәм һәйкәл яугирҙың ата-әсәһе, туғандары инициативаһы һәм матди ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Объектты булдырыуҙа туғандары һәм битараф булмаған ауыл халҡы күп көс һалды.
Фирғәт Нәбиуллин.