Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Июль 2023, 09:27

Радий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙы

Ул күп балалы ғаиләләргә ҡағыла.

Радий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына һәм «Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 22-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы БР Законына ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

– Күп балалы ғаиләләргә республика техникумдарында һәм колледждарында балаларға көндөҙгө бүлектә уҡыу хаҡының яртыһы кире ҡайтарыласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса атап үтелгән маҡсаттарға йылына 74 млн һум аҡса талап ителә. Закон 8 июлдән көсөнә инәсәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-04/radiy-h-birov-ya-y-zakon-a-ul-uy-y-3326943
Радий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров яңы законға ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас