

Башҡарма производство - физик һәм юридик берәмектәрҙән бурыстарын мәжбүри түләтеү процесы ул. Әгәр рәсми килеме булған физик шәхескә ҡарата башҡарма производство бар икән, ул йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыуға ғариза бирә ала.
Йәшәү минимумы дәүмәле иҫәптән алынырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта, алимент түләткәндә, һаулыҡҡа зыян килтергән, ҡараусыһын юғалтҡан һәм енәйәт ҡылғанда килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн компенсация түләгәндә йәшәү минимумы һаҡланмай.
Элек йәшәү минимумын һаҡлап ҡалыу өсөн ғаризаны суд приставтары хеҙмәте бүлегендә шәхсән бирергә йәки почта аша ебәрергә мөмкин ине. Хәҙер иһә «Һанлы башҡарма производство» электрон сервисы ярҙамында был эште «Дәүләт хеҙмәттәре» аша башҡарыуы еңелерәк буласаҡ https://vk.cc/cfIGrL
Күрһәтмә:
Ентеклерәк — Дәүләт хеҙмәттәрендә https://vk.cc/cpbtiy
Республика менән идара итеү үҙәге Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы менән берлектә әҙерләгән файҙалы чат-ботҡа һылтанма: https://t.me/pristavi_BashkortostanBot. Ошо сервис ярҙамында суд ҡарары нигеҙендәге бурыстар һәм иҫәптән аҡса сисеү йәһәтенән кәрәкле мәғлүмәт алырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы буйынса суд приставтары идаралығының Граждандарға мәғлүмәт биреү үҙәге хеҙмәткәрҙәре түбәндәге телефон буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап бирәсәк: 8 (347) 272 16 46 (эш көндәрендә - 09:00-18:00, йома - 09:00-16:45).
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: equipnet.ru