Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Июль 2023, 07:19

"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт тоҡомло атҡа арналған халыҡ-ара фестивалде үткәреүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә белдереүенсә, быйыл сараға Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йылҡысылыҡ ғалимдарының килеүе көтөлә.

"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ
"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ

«Башҡорт аты» Баймаҡ районында 11 - 13 августа була. Унда Татарстандан, Тыванан, Чечня һәм Дағстандан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Төркиә, Әзербайжан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән белгестәр киләсәк.

Кәңәшмәлә мәҙәни һәм спорт саралары программаһы ла тикшерелде. Командалар «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ» кеүек уйын-ярышта көс һынаша, атта сабып барған килеш уҡ атыу оҫталығында ярыша. 

Парадта 350 һыбайлы ҡатнашасаҡ. "Оҫталар ҡалаһы", милли аш-һыу, "Ҡымыҙфест" кеүек саралар ҙа әҙерләнә. Туристар килеүе күҙаллана.

– «Башҡорт аты» фестивале башҡорт тоҡомло атты үрсетеү йәһәтенән бик мөһим. Шулай уҡ ул бөтә республиканан халыҡ, күп ҡунаҡ ҡатнашҡан, мәҙәниәтте, йолаларҙы, кәсеп-һөнәрҙе күрһәтеү урыны ла булып тора, - тине республика Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ
"Башҡорт аты" фестивалендә сит ил белгестәре ҡатнашасаҡ
Автор:
Читайте нас