Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июнь 2023, 07:45

Сиреңде нисек белергә?

Ни өсөн муйын ауыртҡанда неврологҡа ғына түгел  , пульмонологҡа ла мөрәжәғәт итергә кәрәк? Һул ҡулдың эске яҡтан ауыртыуы ниңә йөрәктә тайпылыштар булыуы тураһында һәйләй?  

Сиреңде нисек белергә?Сиреңде нисек белергә?
Сиреңде нисек белергә?

Беҙҙең организм – ҡатмарлы процестар һәм механизмдар системаһы.

Сағылышлы ауыртыныу (иррадиирующая боль)  – тәндәге сирле органдан тыш ауыртыныу. Мәҫәлән, кеше ҡулы, аяғы ауыртһа, ауыр күтәреп, һеңерем тартылып ауыртындым тип әйтергә , шулай үҙендә етди сир башланыуы тураһында белмәй йөрөргә лә мөмкин.

Йөрәк. Йөрәк сирле булғанда күкрәк ситлегендә генә түгел, һул ҡулдың эске яғында йәки ҡалаҡ һөйәге араһында ла ауыртыныу барлыҡҡа килә.

 Үпкә. Муйындың уң яҡ өлөшөндә һәм яурынбашта ауыртыныу һиҙәһәгеҙ икән, үпкәгеҙҙе тикшертегеҙ.

 Ашҡаҙан һәм ашҡаҙан биҙе. Был органдар ауыртһа, ауыртыныу арҡала ла күҙәтелә.

  Нәҙек эсәк. Кендек тирәһендә ауыртыныу эсәтәге елһенеү процесы башланыуы күрһәткесе. Аппендицит булыуы ла ихтимал.

Бөйөрҙәр. Бөйөрҙәр ауыртһа, ауыртыныу арҡаның аҫҡы өлөшөнә, янбаштарға, эскә тарала.

 

Фото:muzoktcrb.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-06-24/sire-de-nisek-belerg-3312176
Сиреңде нисек белергә?
Сиреңде нисек белергә?
Автор:
Читайте нас