Байрамыбыҙҙа профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәйсә Мөғтәсим ҡыҙы Фазлыева (Йәғәфәрова) булыуы ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. 1 класлы пилот Рафаил Ғабдрахман улы Йәғәфәровтың, нефть һәм газ сәнәғәтенең хеҙмәт ветераны Гаяз Ғәйнелйән улы Хөсәйеновтың сығыштары байрамды йәмләне.
Оҙаҡ йылдар бер-береһен күрмәгән ауылдаштарҙың осрашыуы байрамдың иң күркәм өлөшөнә әйләнде. Балалар өсөн төрлө аттракциондар, батуттар эшләне. Көрәш, волейбол, ҡапсыҡ менән һуғышыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы спорт һәм халыҡ уйындарында ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.
Сәхнә ауылдың талантлы кешеләренең йәнле сығышы менән яңғырап торҙо. Сараны ойоштороуҙа һәм уға әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыма ҙур рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә шулай халҡыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарылған эштәрҙә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Рәйсә Солтанова.