Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
21 Июнь 2023, 04:33

Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?

Радий Хәбиров НТВ телеканалына интервью бирҙе һәм күп һорауҙарға яуаптар ишеттерҙе

Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?
Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында НТВ телеканалына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе республиканың халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү, шулай уҡ Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү тураһында һөйләне.

– Радий Фәрит улы, илдең Көнсығышҡа иҡтисади йүнәлеш алыуы күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостандың илдең көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәре араһында уңышлы урынлашыуы тәьҫир итә. Бәлки, республика иҡтисадта йәки логистикала ниндәйҙер хабҡа әйләнһен өсөн әҙер проекттар барҙыр? Ҡытай йәки Һиндостан менән ниндәй ҙә булһа килешеү бармы?

– Башҡортостан Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Мәҫәлән, Европа өлөшөндә беҙ Беларусь менән иҡтисади хеҙмәттәшлегебеҙҙе көсәйттек. Машиналар эшләү өлкәһендә беҙҙең партнерҙар өсөн Башҡортостан баҙарын асыу менән генә сикләнмәйбеҙ. Һүҙ 20-25 миллион кеше йәшәгән Волга буйы хаҡында бара. Беҙ һатыу-һатып алыу йәһәтенән генә түгел, ә производстволарҙы локалләштереү режимында ла ҡыҙыҡлыбыҙ. Мәҫәлән, әле Башҡортостан биләмәһендә ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереү буйынса “АМКОДОР” белорус компанияһының ҙур предприятиеһын төҙөүҙе тамамлайбыҙ.

Икенсе яҡтан, беҙгә Көнсығыш та, шул иҫәптән тарихи һәм этник яҡтан да яҡын. Бөгөн беҙҙә Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан менән бик тығыҙ мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде.

Ҡаҙағстан менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер тарихы ла бар. Беҙ иҡтисади мөнәсәбәттәргә тәрән үтеп индек, әммә хәҙер, асылда, был хеҙмәттәшлектә икенсе һулыш асабыҙ. Эш шунда: Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан сәнәғәте структуралары бер-береһен тулыландыра. Мәҫәлән, нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү өлкәһендә ҙур компетенцияларға эйәбеҙ.

Үзбәкстан менән дә эш башланыҡ. Үзбәкстандың ошо йылдар буйына ныҡ үҫешеүенә ҙур ҡәнәғәтлек менән иғтибар иттек. Ул хәҙер аграр төбәк кенә түгел. Үзбәкстан – ярайһы уҡ үҫешкән машиналар эшләү һәм еңел сәнәғәтле ил. Был йәһәттән дә беҙ үҙ-ара килешеп эш итеү өсөн билдәле бер урындар таптыҡ.

Хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн тейешле инфраструктура булдырҙыҡ. Был дәүләттәрҙең һәр береһендә Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһының сауҙа вәкиллеге составындағы вәкиллеген астыҡ. Был әүҙемерәк эшләүгә булышлыҡ итә.

Интеграция буйынса беҙҙең аҙымдар мотлаҡ рәүештә тура авиарейстар асыу менән оҙатыла – Минскиға, Ташкентҡа, Астанаға. Был иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙе ябайлаштыра.

– Башҡортостандан байтаҡ егеттәр махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Республика үҙенең яугирҙәренә һәм ғаиләләренә нисек ярҙам итә?

– Беҙ ныҡ үҫешкән ярҙам системаһын булдырҙыҡ. Федераль ярҙам сараларына өҫтәмә рәүештә республикала ике йүнәлеш буйынса өҫтәмә ярҙам күрһәтелә. Ул үҙ бурысын үтәгән хәрбиҙәргә, шулай уҡ уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеү.

Махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең өс ирекле батальон бурыстарын үтәй. Шулай уҡ “Башҡортостан” ирекмәндәр полкын ойоштороуҙы тамамлайбыҙ. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң ул махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ.

Республика яугирҙәрҙе йәйге һәм ҡышҡы кейемдәр менән экипировкалау буйынса үҙ өҫтөнә йөкләмәләр ала, шулай уҡ суточныйҙар һәм дәртләндереүсе түләүҙәр түләй.

– Татарстан менән Башҡортостан бер-береһе менән дәғүәләшә тигән фекер бар. Һеҙҙеңсә, был нимә менән бәйле?

– Был бик шәп нәмә, сөнки тап һау-сәләмәт конкуренция алға хәрәкәт иттерә. Беҙ Татарстан менән – ике туғандаш республика. Беҙҙә шундай уҡ иҡтисад. Был нефть сығарыу ҙа, аграр сектор ҙа. Дөйөм йолалар, мәҙәни үҙенсәлектәр күп. Шуға күрә иғлан ителмәгән иптәштәрсә ярыш, һис шикһеҙ, бар.

Беҙ нимәнелер яҡшыраҡ эшләргә тырышабыҙ, шуға күрә был беҙҙең өсөн ҙур стимул. Кешеләр был хәлгә ниндәйҙер азарт менән йәлеп ителгән. Был ике туғандаш халыҡтың яҡшы тарихы, тип иҫәпләйем.

– Бөгөн Рәсәй Федерацияһының күп субъекттары илдең яңы төбәктәренә ярҙам күрһәтә. Башҡортостан Донецк Халыҡ Республикаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ниндәй йүнәлештәрҙә эш итәһегеҙ?

– Беҙ Донецк та, Луганск та халыҡ республикаларына ярҙам күрһәтәбеҙ. ЛХР-да беҙ Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алдыҡ, унда торлаҡ һәм инфраструктураны тергеҙәбеҙ. Беҙ байтаҡ йорттарҙы ремонтланыҡ, мәктәпте төҙөкләндерәбеҙ, юлдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. ДХР-да беҙҙең төҙөүселәр Мариуполдең социаль объекттарын тергеҙеүҙә ҡатнаша.

Улар беҙҙең өсөн яҡын, туғандаш төбәктәр. Уларҙың етәкселәре менән мине шәхси дуҫлыҡ та бәйләй. Әйткәндәй, быйыл ДХР менән ЛХР-ҙан ике мең самаһы бала Башҡортостанда ял итәсәк. Бындай күп планлы хеҙмәттәшлекте беренсе йыл ғына алып бармайбыҙ һәм был эште дауам итәсәкбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2023-06-20/bash-ortostan-men-n-tatarstan-nim-s-n-d-l-sh-3307202

Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?
Башҡортостан менән Татарстан нимә өсөн дәғүәләшә?
Автор:
Читайте нас