Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июнь 2023, 04:47

Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыла

Инвестор ике инвестиция проектын тормошҡа ашыра.    

Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырылаБашҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыла
Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыла

Белоруссияның «Амкодор» компанияһы Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырырға ниәтләй.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «Амкодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе Александр Шакутин ауыл хужалығы һәм уға бәйле технологиялар өсөн урта технологиялы машиналар эшләү продукцияһын булдырыу һәм тикшереү өлкәһендә ғилми-техник хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыуҙы күҙ уңында тота, уның эшмәкәрлеге конкуренцияға һәләтле технологияларҙы һәм ҡорамалдарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтеләсәк.

- Килешеү сиктәрендә инвестор игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү, һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн технологияларҙы тикшереү һәм эшләү, ҡорамалдарҙы проектлау һәм конструкциялау буйынса ғилми-техник үҙәк булдырырға ниәтләй. Үҙәктең барлыҡҡа килеүе арҡаһында инновацион йүнәлешле кадрҙар әҙерләүгә нигеҙләнгән фәнни-технологик үҫеште тәьмин итеү өсөн белем биреү, ғилми, академик, ведомство һәм производство ойошмаларының көсөн берләштерә аласаҡбыҙ, – тип билдәләне Премьер-министр.

Фәнни-техник үҙәк Төбәк үҫеш корпорацияһы идаралығындағы «Өфө» индустриаль паркында төҙөлгән «Амкодор-Ағиҙел» заводы базаһында ойошторола. Ведомствоның генераль директоры Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, объектты төҙөүҙе 26-28 июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х Форумына тамамлау күҙаллана, шунан һуң предприятие ҡорамалдарҙы сафҡа индереү-көйләүгә тотона.

Башҡортостанда инвестор ике инвестиция проектын тормошҡа ашыра – игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод һәм дөйөм инвестициялар күләме 2,5 миллиард һумлыҡ производство-сервис үҙәге төҙөү.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-06-15/bash-ortostanda-f-nni-tehnik-k-buldyryla-3301472

Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыла
Башҡортостанда фәнни-техник үҙәк булдырыла
Автор:
Читайте нас