Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Июнь 2023, 06:43

Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?

Йортҡа газ үткәргәндә ниндәй документтар кәрәк һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була?    

Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?
Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?

Башҡортостанда газификациялау (социаль газ үткәреү) программаһы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса республикала 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Күләмле программа бюджет аҡсаһына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән  тораҡ пункттарҙа йорттарға  ҡыҫҡа ваҡытта газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. Тимәк, милек хужаһы участкаһының сигенә тиклем бушлай газ үткәрә ала. Башҡортостанда газ үткәреү тураһында документ раҫланды. Уға республика Башлығы Радий Хәбиров һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер ҡул ҡуйҙы. Программа 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән, унда 164 тораҡ пункт ингән. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Новак һүҙҙәренсә, бөгөнгә Рәсәйҙә газ үткәреүгә 925 мең ғариза ҡабул ителгән. Күрәһең, программа бик популяр. Александр Новак билдәләүенсә, 2024 йылға газ үткәреү кимәле 74,7 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Ә бына бөгөнгө көндә Башҡортостанда эштәр нисек тора?

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры - «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы Альберт Лоҡмановтың әйтеүенсә, республикала килешеүҙәрҙе үтәү һәм йорттарҙы газ селтәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлек булдырыу темпы теркәлә. Республика халҡынан 40 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, 38 376 килешеү төҙөлгән, 33 412 ғариза биреүсенең участка сиктәренә газ үткәрелгән. Төбәктә 23 646 кеше “зәңгәр яғыулыҡ” тәьминәте селтәренә тоташтырылған. Газ үткәреү өсөн төп шарт - граждан йорт һәм ер участкаһы хужаһы булырға тейеш. Социаль газ үткәреү программаһында ҡатнашыу өсөн ер участкаһына һәм шәхси йортҡа документ, ситуация планы, граждандың паспорты, СНИЛС, ИНН документтары  тапшырыла.

Ғаризалар  күп функциялы үҙәк офистары, «Газпром газ бүлеү Өфө» клиент үҙәктәре, компания сайты, Рәсәй Берҙәм газ үткәреү операторы сайты, «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында ҡабул ителә.Бынан тыш, социаль газ үткәреү менән бәйле һорауҙарҙы 8-800-234-05-00 телефоны буйынса (берҙәм хеҙмәтләндереү номеры) бирергә мөмкин.

 1 июндән Рәсәй Хөкүмәте газды тоташтырыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер килешеү төҙөргә йәки документтарҙы электрон төрҙә алырға йәки ҡул ҡуйырға мөмкин. Башҡортостанда граждандарҙың айырым категориялары өсөн йорттарға газ үткәреүҙә  75-100 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Бындай ярҙам сараһы республикала 2019 йылдан ғәмәлгә инде. 100 мең һумлыҡ сертификатты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ала. 75 мең һум күләмендәге ярҙамға килеме аҙ булған инвалидтар, инвалид балаһы булғандар, күп балалы ғаиләләр дәғүә итә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?
Башҡортостанда йорттарға газ үткәреү нисек бара?
Автор:
Читайте нас