Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Июнь 2023, 10:42

Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”

Шамил Ғосман улы Шәрипов Өфө ҡалаһында тыуған. 1980 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм 40 йылдан ашыу газ тармағында эшләй. 2012 йылдан алып «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең биш мең кешенән торған коллективын етәкләй. Шамил Ғосман улы Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан төбәк парламентының яңы составына тәҡдим ителергә ҡарар итә.

Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”
Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”

Шамил Ғосман улының һөнәри эшмәкәрлеге кешеләрҙең йәшәү сифатының мөһим күрһәткестәренең береһе менән бәйле. Был — халыҡты һәм иҡтисад объекттарын тәбиғи газ менән тәьмин итеү. Предприятиеның төп бурысы — илдең берҙәм газ менән тәьмин итеү системаһының Башҡортостан сегментын файҙаланыу сиктәрендә тәбиғи газды ышаныслы һәм хәүефһеҙ ташыу. Бынан тыш, газ тармағын үҫтереү, газлаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү, газ-мотор яғыулығы баҙарын киңәйтеү өсөн республиканың сәнәғәт потенциалын асыуға булышлыҡ итеү. Алдынғы уҡыу йорттары менән бергә квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр. Эш һөҙөмтәләре халыҡтың именлеген күтәреүгә һәм федераль кимәлдә республика позицияларын нығытыуға ыңғай йоғонто яһай.
— Депутатлыҡ эшмәкәрлегем тәжрибәһе күрһәтеүенсә, кешеләр тормошондағы күп ауырлыҡтар хоҡуҡ ҡулланыу практикаһының яңы алымдарын индереү, ҡануниәтте камиллаштырыу, яңы адреслы программалар булдырыу аша системалы ҡарарҙар ҡабул итеүҙе талап итә. 10 йыл элек Асҡын, Балтас һәм Тәтешле райондары ингән Төньяҡ һайлау округы һайлаусылары миңә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуғын ышанып тапшырҙы.
Был ваҡыт эсендә республикала йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн күп эштәр башҡарылды. Республика һәм урындағы власть органдары менән берлектә мәҙәниәт йорттарын яңыртабыҙ, ғибәҙәтханаларҙы һәм мәсеттәрҙе реставрациялайбыҙ, ауыл мәктәптәре өсөн яңы хоккей ҡумталары төҙөйбөҙ, шишмәләрҙе һәм скверҙарҙы төҙөкләндерәбеҙ, меңәрләгән йорттарҙы газға тоташтырабыҙ. Йыл һайын беҙ район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәргә күсмә медицина тикшереүе, балалар өсөн спорт ярыштары, билдәле спортсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ.


Үҙ эшмәкәрлегемдә түбәндәге өҫтөнлөктәрҙе билдәләнем:
— муниципалитеттарға иҡтисадҡа һәм халыҡҡа ярҙам итеүҙең хоҡуҡи ҡоралдарын ҡулланыуҙа булышлыҡ итеү;
— газлаштырыу, юл төҙөлөшө, мәҙәниәт, спорт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү төбәк һәм федераль маҡсатлы программаларына депутат райондары объекттарын ҡулдан килгәнсә күберәк индереү;
— балалар һәм үҫмерҙәр спортына, ижади һәләттәргә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ғаиләләренә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү.


Халыҡ өсөн мөһим һәм кәрәкле эште газ менән тәьмин итеү һәм газлаштырыу программалары буйынса алып барабыҙ. Быйыл уға төҙәтмәләр индерҙеләр — тағы ла күберәк объекттар өҫтәнеләр. Программа буйынса Башҡортостанда бөтәһе бер меңдән ашыу биләмә-ара һәм шул уҡ һанда ауыл эсендә газ үткәргес төҙөләсәк. Асҡын районында – биш, Балтас районында дүрт ауыл-ара газ үткәргес төҙөү ҡаралған. Тәтешле районында Үрге Тәтешле ауылынан Пермь крайы сигенә тиклем 10 саҡрым оҙонлоҡтағы биләмә-ара газ үткәргес төҙөргә ниәтләйҙәр. Былтыр йыл аҙағында газ селтәренә Балтас районы Иҫке Балтас ауылының «Төньяҡ» микрорайонын тоташтырҙылар. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә социаль газлаштырыу программаһы тормошҡа ашырыла, ул республика халҡы өсөн ҙур ярҙам. Башҡортостанда газлаштырыу кимәле илдә иң юғарыларҙың береһе һәм 85 процент тәшкил итә.
Былтыр «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә Асҡын районы Ҡубияҙ ауылының мәҙәниәт йортон яңырттыҡ. Бында матди-техник база яңыртылды – костюмдар һатып алынды, ултырғыстар, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары, музыка ҡоралдары алмаштырылды.


Яңы Тәтешле ауылындағы мәҙәниәт йорто ла ярҙам алды. Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ауыл ерендә почта бүлексәләрен яңыртыу» халыҡ программаһы сиктәрендә ремонттан һуң почта элемтәһе бүлексәһе асылды.


Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеп һәм һайлаусыларҙың наказдарын үтәп, беҙ халыҡ хәтерен мәңгеләштереү һәм тарихи мираҫты һаҡлау тураһында ла онотмайбыҙ. Был йәһәттән «Атайсал» республика проектында әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында Асҡын ауылының Еңеү паркында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә 1919 йылда Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың туғандаш ҡәбере һәйкәле яңыртылды. Алдағыһы 1958 йылда ҡуйылған булған һәм 60 йыл эсендә ныҡ иҫкергәйне.
Шулай уҡ былтыр «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә Асҡын районының Урмияҙ ауылы Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында хәтер стелаһы ҡуйылды. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығы уңайынан Афған яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл асылды.


Депутатлыҡ эшмәкәрлегемдә киләсәк быуындың һөнәри йүнәлеш алыуына айырым иғтибар бирәм. «Газпром»дың терәк юғары уҡыу йорто — Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте перспективалы йәштәр йәлеп ителгән белем биреү проекттарын тормошҡа ашыра. Бынан тыш, Тәтешле, Балтас һәм Асҡын райондары балалары өсөн йыл һайын «Күңелле старттар», спортсыларҙан оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» мәғариф-күңел асыу проекты ойошторолдо. Ул балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында республика муниципалитеттарында 30-ҙан ашыу хоккей ҡумтаһы төҙөлдө. Үрге Тәтешле ауылының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә көрәш келәмдәре һатып алынды.


Асҡын ауылының «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә 2021 йылда тоҙ бүлмәһе асылды.
Үҙем тураһында шуны өҫтәп әйтергә теләйем, бөтә мәсьәләләрҙе лә кешеләр менән аралашып хәл итәм. Төҙөлөшкә йәки ремонтҡа планлаштырылған объекттарға барам. Кәрәкле төҙәтмәләрҙе ваҡытында индереү һәм, кәрәк булһа, эштәрҙе башҡарыу ваҡытын тиҙләтеү өсөн һәр ваҡыт әҙермен.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров командаһында булыу — тәү сиратта һайлаусылар алдында ҙур яуаплылыҡ. Бөгөн — республиканың ябай халҡына ярҙам итеү һәм уларға ярҙам итеү өсөн көслө ҡарарҙар ҡабул иткән көслө кешеләр ваҡыты.


Депутаттың бурысы — кешеләр өсөн яңы мөмкинлектәр асыу, власть органдары менән үҙ-ара эш итеү процесында уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау. Мәсьәләләрҙе системалы хәл итеү, объекттарҙы төбәк һәм федераль маҡсатлы программаларға индереүгә булышлыҡ итеү.
Еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ул беҙҙән ныҡлы ҡарарҙар талап итә. Бығаса булмаған санкция баҫымы, ил иҡтисадын ҡаҡшатырға тырышыу, ялған ҡиммәттәрҙе көсләп тағыу, әхлаҡи һәм рухи нигеҙҙәребеҙҙе ҡаҡшатыу лайыҡлы яуап табырға тейеш. Алда яңы саҡырыуҙар күп. Уларҙы ышаныслы ҡабул итеү өсөн беҙгә көстәрҙең тупланыуы, берҙәмлек, үҙ-ара ярҙам һәм илһөйәрлек кәрәк. Әлеге ваҡытта ватандаштарыбыҙ дәүләттең киләсәген яҡлап батырҙарса көрәшә. Минеңсә, геройҙарыбыҙҙың тылы ныҡ булырға тейеш, һәм беҙ уны тәьмин итергә тырышырбыҙ, — ти халыҡ мәнфәғәтендә 10 йыл эшләүсе Шамил Шәрипов.

 

 

Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”
Шамил Шәрипов: “Барыһы ла халыҡ мәнфәғәте өсөн”
Автор:
Читайте нас