

Йәйге каникул башланыу менән балалар өсөн мәктәпәп яны, хеҙмәт, ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары, шул иҫәптән “Танып” та үҙ эшен башланы.
Иң элек йәйге ялды ойоштороу программаһы раҫланды. Артабан лагерҙарҙың, майҙансыҡтарҙың әҙерлеген тәьмин итеү, кадрҙар һәм балаларҙы туплау мәсьәләләре хәл ителде, — ти “Танып” лагеры директоры Свелана Шыуарова.
Районда башлыса белем биреү учреждениеларендә мәктәп яны лагерҙары ойошторола. Улар июнь аҙағынаса дәуам итә. Был йүнәлештә 376 бала ял итә. Шулай уҡ, мәктәптәрҙә июнь башынан хеҙмәт, ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары асылды. Унда 100-ҙән ашыу бала сәләмәтлеген нығыта.
Танып йылғаһы буйында урнашкан «Танып» лагеры күптән балаларҙың яратҡан урынына әйләнде. Быйыл да йәй буйына өс смена эшләп, унда 300-ҙән ашыу бала ял итеп, сәләмәтлеген нығытыр тип күҙаллана.
Тулыраҡ "Йәнтөйәк" гәзитенең 14 июндә сыҡҡан һанында уҡый алаһығыҙ.
Гөлназ МИРХӘЙҘӘРОВА.