Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июнь 2023, 12:15

Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр

Үҫемлектәр көслө булыр.

Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр
Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр

Ҡыярҙың һыу яратҡаны һәр кемгә билдәле.  Һәр төбөнә 2-3 литр иҫәбенән даими һыу һибергә кәрәк. Аҙнаһына бер тапҡыр 10 литр һыуға “Гуми” (2 балғалаҡ) йәки “Богатый Овощи” (2 аш ҡалағы) биопрепараттары өҫтәү яҡшы. Һыуҙы 3-5 көнгә бер  тапҡыр һибеү файҙалы (һауа шарттарына ҡарап). Шулай итһәң, ҡоро тупраҡта ҡалған тамырҙар  һыу эҙләп ян-яҡҡа үрелә башлай, тимәк, үҫә.  Ғөмүмән, тамырҙарҙы һыуға батырып ҡуйырға ярамай, сөнки уларға кислород та кәрәк.

Ҡыяр һәйбәтләп үҫеп китһә, уны шпагат менән шпалерға бәйләп ҡуябыҙ. Тәүге өс быуын араһындағы (ҡуйындағы) күҙҙәрҙе алабыҙ:  бөтә ҡыярсыҡтарҙы һәм үренделәрҙе алып ташлайбыҙ. Үҫемлектәр үҙенең көсөн емеш өлгөр­төүгә түгел, ә нығынып үҫеп  китеүгә тотонорға тейеш. Һабаҡтағы артабанғы ҡыярҙарҙы ҡалдырабыҙ, сираттағы 6-7 ҡуйында ла үренделәрҙе алып таш­лайбыҙ. 8-9-сыла үренделәр ҡала,  ә беренсе япраҡ сыҡҡас, үренденең осон семтеп ташлайбыҙ. 10-12-се ҡуйын­дарҙа үренделәрҙең икешәр япрағын ҡалдырабыҙ ҙа осон семтейбеҙ. Шпа­лерға яҡыная килә  үренделә өс япраҡты ҡалдырырға була. Үҫемлектең осон  шпалерға беркетеп, аҫҡа һәлендерәбеҙ һәм 0,5 метр тәңгәлендә осон семтеп ташлайбыҙ. 

Ҡыяр үҫентеһен формалаштырыу бик мөһим, шулай итеп, әкренләп  йәшелсә тулыша, үренделәрҙең үҫеше контролдә була.

Йылытмала үҫемлектәрҙең ҡуйырып китеүенә юл ҡуйырға ярамай: дымлылыҡ артып, үҫемлектәр айырып китеүе бар. Үтә һирәк итеү ҙә дөрөҫ түгел: селләлә быжып, ҡороп ҡуйыуҙары ихтимал.

Бәшмәк һәм бактерияларҙан һаҡлау өсөн 10–14 көнгә бер тапҡыр “Фитоспорин” һиптерегеҙ – ул онло ысыҡтан һаҡ­лар, юғиһә йылытма был бәшмәк­тәрҙең үрсеүе өсөн ифрат ҡулай урын. Ошо уҡ сәбәптән үҫемлектәргә һыуҙы кис һибер­гә түгел, артыҡ дым төнгә ҡалмаһын.

Йылытмала ҡыяр тиҙ үҫә, күп аҙыҡ тотона. Шуға 10–14 көн һайын “Гуми-Оми” йәки “Бионекс-Кеми” (туҡлыҡлы һыу) һәм “Богатый Овощи” (тамырҙан ситтә) һибергә кәрәк. Миҙгел эсендә ике тапҡыр “Богатый-Микро Комплексный” (сәскәндән һуң бер аҙнанан һәм бер айҙан һуң) препараты ярҙамында микроэлементтар бирегеҙ. Һөҙөмтәлә үҫем­лектәр тотороҡло, көслө булыр, уңыш  витамин һәм минералдарға байыр.

Аҫҡы ярустан башлап эштән сыҡҡан, һарғайған япраҡтарҙы өҙөп торорға онотмағыҙ.  Быны ҡоро көндә иртән эшләү яҡшы. Һәр япраҡты ҡырҡҡандан һуң ҡайсыны 1 процентлы марганцовка иретмәһенә (сағыу алһыу төҫтәге ирет­мә)  манып алыу зарур, был ҡыр­ҡынды урындары аша бактериялар үтеп инмәһен өсөн эшләнә. 

Аҫҡы япраҡтарҙы ҡырҡҡандан һуң 1-2 көндән, яралар уңала төшкәс, үҫемлектәрҙең төбөн тупраҡ менән күмдерегеҙ. Шулай яңы тамырҙар үҫеп китер. Улар үҫемлектәргә өҫтәмә һыу һәм аҙыҡ алырға мөмкинлек бирер. 

Йәй көнө йылытмала  юғары температура, үтә дымлылыҡ, тығыҙлыҡ үҫемлектәргә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Йылы 18-19 градустан арта башлаһа, елһеҙ яҡтан ишекте йә тәҙрәләрҙе ҡыҫып ҡуябыҙ. Көндөҙ бик эҫе булһа, ишек-тәҙрәләрҙе киреп асабыҙ. Көслө ел булһа, ел һуҡмаған яҡтағыларын ғына асабыҙ. “Гуми”, “Кормилица Микориза” һауа торошо килтергән стрестарҙы йомшарта.

Төнөн, һауа температураһы 10–12 градустан түбәнәймәһә, артыҡ дым сығып китһен өсөн, елһеҙ яҡтағы тәҙрәләрҙе  асыҡ ҡалдырырға кәрәк. 

Уңышты ваҡытында йыйып тороғоҙ (2-3 көнгә бер), юғиһә улар туҡлыҡлы матдәләрҙе тик үҙҙәренә тотонор, яңы йәшелсә яһалмаҫ. Ҡыярҙарҙы һабаҡҡа зыян килтермәй генә төп һабағынан һындырып алалар. Емшәндәр һарғайып, ҡойола башлаһа, тимәк, бор микроэлементы етешмәй. “Борогум” биопрепараты ҡулланығыҙ (300 миллилитр һыуға һалынған бер балғалаҡ препарат 10 квадрат метрға һибелә).

 

“Моя грядка изобилия” гәзитендә  http://gryadkaojz.ru файҙалы материал айырыуса күп.


Елена  ВӘЛИЕВА, төп агрохимик

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2023-06-06/yyar-tere-sel-rg-k-sht-r-3289404

Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр
Ҡыяр үҫтереүселәргә кәңәштәр
Автор:
Читайте нас: