Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2023, 10:40

Уның бер япрағын ауыртҡан ергә һалыу ҙа етә

Тәҙрә төбөндә был гөл үҫһә, күп сирҙәр урап үтер, өй эсе ҡотҡа күмелер. Уның ҡуйы ҡыҙыл сәскәләре эргә-тирәһендәге һауаны сафландырыр, яман күҙҙәрҙән, саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан, иреш-талаштан һаҡлар.

Уның бер япрағын ауыртҡан ергә һалыу ҙа етә
Уның бер япрағын ауыртҡан ергә һалыу ҙа етә

Ярангөлдөң ҡырҡыу еҫе нервы системаһын нығыта, депрессияға бирелгән кешегә еңеллек килтерә. Япраҡтарында эфир майы күп, ҡояшлы көндә ул күберәк бүленеп сыға - шулай ул үҙен яныуҙан һаҡлай. Ул еҫ бүлмәләге һауаны таҙарта, зыянлы бактерияларҙы һәләк итеү көсө бар.

Ә бына уның үҙенсәлекле еҫен бөжәктәр яратмай. Был гөл үҫкән ерҙә себен-көйә булмай. Бесәйҙең йөнөн уның япрағы менән ышҡып торғанда бетләмәй икән.

Ярангөл электән һыуыҡ үткәреп сирләгәндә һәм баш ауыртҡанда ҡулланғандар. Эргәһендә көнөнә 10 минут торғанда тән һәм йән уянып, дәртләнеп китә тигән ышаныу ҙа бар.

Ярандың япрағын теш, ҡолаҡ  һыҙлағанда сирле урынға ябып файҙаланғандар. Радикулит менән яфаланғандарға япраҡты ваҡлап турап, компресс итеп япҡандар. Ҡан баҫымы күтәрелгәндә ҡулдың пульс һуҡҡан еренә һалырға мөмкин.

Бына шундай шифалы үҫемлек ул яран, йәки бесәй табаны гөлө. Ә һеҙ тағы ниндәй үҙенсәлектәре тураһында беләһегеҙ?

Тик ауырлы ҡатын-ҡыҙға уны ҡулланырға ярамай!

Фото: novoyefoto.ru һәм автор.

Автор:Аклима Гизатуллина

Уның бер япрағын ауыртҡан ергә һалыу ҙа етә
Уның бер япрағын ауыртҡан ергә һалыу ҙа етә
Автор:
Читайте нас: