Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Июнь 2023, 04:29

Йәш рәссам илһамландыра

Тулыраҡ:

Йәш рәссам илһамландыраЙәш рәссам илһамландыра
Йәш рәссам илһамландыра

Аннэль Денисламова – Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 1-се класын тамамланы. Балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ ҡыҙыҡай матур һүрәттәр төшөрөп, тәрбиәселәрен, ата-әсәһен, Эмир ағаһын ҡыуандыра. Уның эштәре илһамландыра: йә берәй шиғыр юлдары иҫкә төшә, йә йырлап ебәрге килә.
— Аннэль тиҙ генә дәрестәрен эшләп, өйҙәге бурыстарын атҡарып сыға ла, рәсем донъяһына сума. Илһам килгәндә бер ҙә ҡалҡынмайынса, оҙаҡ ҡына һүрәт төшөрөргә мөмкин, — ти уның әсәһе Лиана Илшат ҡыҙы.
Уҡыуҙа ла һынатмай йәш рәссам. Тигеҙ итеп яҙырға, шыма уҡырға, һанарға ла тиҙ өйрәнә. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашып, бихисап грамоталарға эйә булған. Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһының район этабында, Бөтә Рәсәй балалар ижады конкурстарында еңеүсе, “Мин һүрәт төшөрәм. Тере планета” республика конкурсы лауреаты була. Уҡыу йылы тамамланыу айҡанлы ойошторолған тантаналы линейкала мәктәп директоры Әлфрит Хәсән улы Вәғизов уҡыу алдынғыһына лайыҡлы грамоталарын, күкрәк билдәләрен, миҙалдарын тапшырҙы.
Быйылғы уҡыу йылында беренселәр дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнде. Уҡытыусылары республика хаҡында һүрәт төшөрөргә ҡушҡас, Аннэль тыуған яғы тәбиғәтен, дәүләт символдарын төшөрөп алып килде. Уҡыусыһының ижадын остазы, күп уйлап тормайынса, “Аҡбуҙат” журналына ебәрә. Һуңғы май һанында Аннэлдең эше донъя күрҙе. Журналды йәш рәссамға линейкала тапшырҙылар. Ҡыуанысының иге-сиге булманы. Әйткәндәй, башҡорт телендә матур шиғырҙарҙы ятлай телһөйәр ҡыҙ.
Сәләмәтлектең иң ҙур байлыҡ икәнен дә яҡшы аңлай ул. Шуға ла гимнастика буйынса күнекмәләргә йөрөргә лә өлгөрә, ҡыш көнө саңғыға баҫһа, йәйен велосипедта елдерә. Нисек кенә арып-талып ҡайтып инһә лә, күңеле ҡушҡанын үтәмәйенсә ҡалмай. Ҡулына ҡәләмдәр, буяуҙар, бумала алып, яңы һындар төшөрә лә башлай.
Ата-әсәһенең уң ҡанаты булған Аннэлгә күңелле, файҙалы йәйге каникул теләйбеҙ!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

Йәш рәссам илһамландыра
Йәш рәссам илһамландыра
Йәш рәссам илһамландыра
Йәш рәссам илһамландыра
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас