Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Май 2023, 10:41

Граждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелде

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында граждандарға ер участкалары биреү тәртибе раҫланды.  

Граждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелдеГраждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелде
Граждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелде

- Республикала 227 меңдән ашыу инвалид йәшәй. Ғәрип балалар һаны 19 мең тирәһе, торлаҡҡа мохтаж 48 мең ғаилә махсус иҫәптә теркәлгән. Граждандарҙың бындай категориялары һәм ғаиләләр йорт төҙөү йә хужалыҡ алып барыу өсөн тәү сиратта ер участкаһы алырға хоҡуҡлы, – тине Андрей Назаров.

Бынан алда төбәктә бындай граждандарға тәү сиратта ер участкаһы биреү тәртибе ҡаралмаған ине. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Наталья Полянская башҡа төбәктәрҙең тәжрибәләре хаҡында һөйләне. Әлеге үҙгәрештәргә Түбәнге Новгород өлкәһендәге тәжрибә нигеҙ итеп алынған. 

Граждандарға ер участкаһы алыу өсөн Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына электрон форматта мөрәжәғәт итергә йә почта аша паспорт күсермәһе менән ғариза ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ ғаиләнең торлаҡҡа мохтаж булыуын раҫлаған документтар талап ителәсәк. 

Андрей Назаров проектты хупланы һәм республика халҡына мәғлүмәт еткерергә ҡушты. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Граждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелде
Граждандарға ер биреү тәртибе үҙгәртелде
Автор:
Читайте нас