Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Май 2023, 06:21

Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!

Яңауыл ҡалаһында Ф. Ихсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы”  республика  конкурсы  үтте.

Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!
Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!

Быйыл унда республиканың 19 районынан, 5 ҡалаһынан, шулай уҡ Свердловск өлкәһенән, Түбәнге Новгородтан килгән гармунсылар төрлө номинациялар буйынса  оҫталыҡтарын  күрһәтте.

Ҡариҙел ауылының күп функциялы ауыл клубында шөғөлләнгән “Сихри моң” ансамбле музыканттары ла байрамға төрлө халыҡ көйҙәрен әҙерләп барғайны.  Улар “ансамблдәр” номинацияһында төп призды – Гран-приҙы яуланы!

Бына улар беҙҙең  иң-иңдәребеҙ: ансамбль етәксеһе Финғәт Хаматов, Таһир Мөниров, Мөғәниф Абраров, Фәнзәл Ҡотдосов, Әлфис Сахабутдинов!

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!
Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!
Ҡариҙелдәр Гран-при яуланы!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас