Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Май 2023, 04:00

Зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй

булғанына шөкөр итеп ғүмер итә 96 йәшлек хөрмәтле ветеран

Зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәйЗарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй
Зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй

Һәр бер кешенең үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрхетдин Нәжметдинов та ғорурланырлыҡ тормош юлы үткән.
Фәрхетдин Ғәрфи улы Нәжметдинов 1927 йылда Иҫке Туҡран ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып үҫә. Ҡалмыҡ мәктәбендә уҡыған сағында, 17 йәшендә, фронтҡа алалар. Ауыр һуғыш юлдарын үтеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
“Бөйөк Еңеүҙе мин Польшала ҡаршы алдым. Бик матур яҡтар. Ундағы алма баҡсалары, йылға буйындағы ҡарағаттарҙың өлгөрөп ултырыуы — бөгөнгөләй күҙ алдымда. Һуғыш бөткәс, бер нисә тапҡыр Брест ҡалаһына алып сыҡтылар, киноны ла беренсе тапҡыр унда ҡараным”, — тип иҫкә ала ул йылдарҙы хөрмәтле ветеран.
Тыуған яғына ҡайтыу менән Фәрхетдин ағай тәүҙә — колхозда, һуңыраҡ Салауат ҡалаһында төҙөлөштә эшләй. Аҙраҡ аҡса эшләп алғас, ҡайтып Тәслимә исемле ҡыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Ғаилә башлығы колхозда комбайнсы булып эшләй, ә тормош иптәше райпо кибетендә һатыусы була. Тәслимә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы йәшләй һайлаған һөнәренә тоғро ҡала.
Һуңыраҡ Фәрхетдин ағай район етештереүселәр контораһында эшләй. Хаҡлы ялға сығар алдынан мәктәптә хужалыҡ мөдире була. Ҡайҙа һәм ниндәй генә вазифала эшләһә лә, Фәрхетдин ағай үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп, намыҫ менән башҡара, иптәштәренә, туғандарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.
Иҫке Туҡран ауылында матур һәм татыу ғүмер итә Нәжметдиновтар. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс ҡыҙ һәм бер улдары донъяға килә. Оло ҡыҙҙары бөгөн — Дүртөйлө ҡалаһында, уртансы ҡыҙҙары Илеш районында йәшәй. Улдары инде күптән баҡыйлыҡҡа күскән.
Фәрхетдин ағай ун йыл элек тормош иптәшен юғалта. Бөгөн ветераныбыҙ ҡыҙы Тәнзилә тәрбиәһендә Силасау ауылында йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре лә олаталары өсөн өҙөлөп тора. Утты-һыуҙы кискән яугир, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй, балаларының уңыштарына һөйөнөп, булғанына шөкөр итеп ғүмер итә.

 

Гөлназ Ханова.

 

Зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй
Зарланмай, төшөнкөлөккә бирелмәй
Автор:
Читайте нас