

Яугир алғы һыҙыҡта булған хәлдәр, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары тураһында һөйләне. Армияла хеҙмәт итеү, Ватан алдында гражданлыҡ һәм хәрби бурысты намыҫ менән үтәү, ил мәнфәғәттәрен яҡлау һәм уның именлеген тәьмин итеү кәрәклеген билдәләп үтте ул. Балалар яугирға һорауҙарын бирҙе. Уларҙы бөтә нәмә ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, йәшәү шарттары, хәрбиҙәрҙең бер-береһенә нисек ярҙам итеүҙәре, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре, тыуған яҡты һәм туғандарын һағыныу ауырлыҡтарын нисек еңеүҙәре тураһында һорашты.
Фирғәт Нәбиуллин.