

Имән ауылынан өлөшләтә мобилизация буйынса өс ир-ат саҡырылған. Ауыл халҡы улар өсөн борсола һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтә.
Ошо көндәрҙә ауылда ифтар мәжлесе үтте. Әлеге сараны махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙың иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ойошторҙолар. “Ауыл халҡына яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүҙә төрлө хәйриә акцияларында ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Әлеге сауаплы ғәмәлде үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Ваһит Шәймөхәмәтовҡа айырыуса ҙур рәхмәт”, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.
Барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Фирғәт Нәбиуллин.