

Ҡышын артыҡ күренмәһәләр ҙә, хәҙер ҡайһы бер урамдар, юлдарҙан бөтөнләй йөрөрлөк түгел. Ремонт талап ителә, ти машина йөрөтөүселәр. Соҡорҙарҙы ямау эштәре ҡасан башланасаҡ?
Был эште район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Борай – Иҫке Балтас – Ҡуйыҙа трассаһынан башланы. Һуңынан Өфө – Бөрө – Яңауыл һәм Дүртөйлө – Борай трассаларында эштәр башҡарылды. Һалҡын ҡыштан һуң соҡор ямау юл һәләкәттәрен булдырмаҫ өсөн эшләнә. Юлдар төҙөклөгөнөң хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүен яҡшы аңлай юлсылар. Соҡор ямау ике атналап һалҡын ыҫул менән башҡарылды. Асфальт заводы эшләй башлағас, соҡорҙар ҡайнар асфальт менән ямала. Асфальт заводы ла бөгөндән эшкә тотона. Әлеге көндә юлсылар Борай – Тепляк йүнәлешендәге юлдарҙы төҙөкләндереү менән мәшғүл.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.