Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Апрель 2023, 12:35

Йәш инспекторҙар форумға барҙы

Бөгөн "Торатау" Конгресс-холында ҙур сара — йәш инспекторҙарҙың республика форумы үтте. Унда районыбыҙҙан уҙған йыл Мәләүез ҡалаһында үткән "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" юл хәрәкәтенең  йәш инспекторҙары  республика конкурс-фестивалендә 1-се урын яулап ҡайтҡан Асҡын 2-се урта мәктәбе  командаһы етәкселәре менән ҡатнашты.

Йәш инспекторҙар форумға барҙыЙәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы

500-ҙән ашыу баланы, педагогтарҙы берләштергән ҙур  сара йәш инспекторҙар хәрәкәтенең ойошторолоуына 50 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды. Унда Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Башҡортостан Республикаһы  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең баш  дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов, “Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары” юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса Бөтә Рәсәй йәмәғәт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы рәйесе Валентина Кульбицкая һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Асҡындан республика форумына райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Павел Крапивин, район мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге методисы Гөлназ Әхмәтова һәм  класс етәкселәре Рәзилә Басимова менән Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы А класы уҡыусылары — Сабина Мөхөтдинова, Гүзәл Махатова, Илназ Әхмәтов, Эмиль Кәримов барҙы. Асҡын 2-се мәктәбенең йәш инспекторҙары сараға үткән йылғы республика конкурсында еңеүсе булараҡ саҡырыла.

Тантаналы өлөштән һуң форум эше туғыҙ тематик майҙансыҡтарҙа дауам итте. Уларҙа Асҡын уҡыусылары ла ҡатнашып, белемдәрен арттырҙы, тәжрибә байытты. Форумда ҡатнашыусы балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Йәш инспекторҙар форумға барҙы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас