Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Апрель 2023, 04:56

Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...    

Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)
Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала әллә ни күпте ырата алмаҫһығыҙ. Теләгегеҙ булыр, ләкин уйламаған ҡаршылыҡтар күбәйеп китеүе бар. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе әлегә кисектереп торорға ла тура килер. Йома үтә һәйбәт үтер, артта ҡалған эштәрегеҙҙе бер аҙ урынынан ҡуҙғатырһығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Ҡәҙимге көндәр. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҫ һымаҡ. Шулай ҙа алға табан бәләкәй генә аҙым яһарһығыҙ, моғайын. Кесе йома бөтөнләй файҙаһыҙ үтергә оҡшай. Был көндө кемдер ҡушҡанды ғына эшләрһегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Шишәмбелә бәғзеләр һеҙгә үҙҙәре ярҙам тәҡдим итер, бәлки. Быны һеҙ бөтөнләй уйламаған кешенән ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар ризалашырға ҡуша, ләкин һәр саҡ уяу булығыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна барышында аҡса мәсьәләһе тәүге урынға сығыр. Кемгәлер бурысҡа инергә лә тура килер. Күптән көткән аҡсаның уйлағандан әҙерәк булыуы ихтимал. Уны тиҙ тотоноп бөтөрһөгөҙ. Был хәл тағы ла бер аҙ дауам итер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Был аралағы ваҡиғалар һеҙҙе  етди уйландырыр. Яҡын киләсәктә хәл итергә тейеш мәсьәләләр тыуыр. Уларҙың ҡайһыларына һеҙ әлегә бөтөнләй әҙер ҙә түгелһегеҙ. Күпселек осраҡта эске тауышығыҙға ышанығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Элек барып сыҡмаған эштәр менән булышырға кәңәш ителә. Аҙна йомғаҡтары һеҙҙе мотлаҡ ҡыуандырыр. Яҡындарығыҙ менән ҡәҙимгенән күберәк аралашырһығыҙ. Бәғзеләр үҙ йомоштары менән бимазалар. Шулай ҙа яңы фекерҙәштәр ҙә табырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Көндәр һәйбәт килер. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьләне үҙ файҙағыҙға хәл итеүгә форсат сығыр. Был эш күп көс-ваҡытығыҙҙы алыр, әлбиттә. Кесе йомалағы һөйләшеү күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Был арала эшегеҙ күп булһа ла, ял итергә лә өлгөрөрһөгөҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Әгәр сәфәргә сығырға тура килһә, юлығыҙ уңырға тейеш. Бәғзеләр эш урынын алмаштырыр, бәлки. Шаршамбыла ҡулығыҙға аҡса килер, иҫке бурысығыҙҙы ла ҡайтарыуҙары ихтимал. Кесе йомала көтөлмәгән хәбәр ишетерһегеҙ, шикелле.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.10)

Аҙна башында бер аҙ борсолорһоғоҙ. Ҡайһы бер ваҡиғаның һеҙ уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Икеләнеү өсөн етди сәбәптәр булыр һымаҡ. Тиҙҙән йондоҙҙарҙың һеҙҙең яҡлы булғанын асыҡ күрерһегеҙ. Шаршамбыға барыһы ла рәтләнер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Әүҙемлек күрһәтергә мөмкинлек сығып торор. Был эш мәсьәләләренә генә түгел, шәхси мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла. Шишәмбелә яҡын кешегеҙҙән яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Был арала алдығыҙҙа хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар осрар.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Көндәр аралашыуға бай булмаҡсы. Кемдер күптән күрмәгән кеше менән һөйләшер. Бәғзеләр эшкә ҡағылған етди мәсьәләне асыҡлар. Шаршамбыла ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ. Һәр хәлдә артҡа сигенмәҫкә тырышығыҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Дөйөм хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртергә форсат сығыр. Бының өсөн уңайлы мәлдәр шишәмбелә һәм шәмбелә осрар. Кесе йомала көтөлмәгән хәлдәргә юлығырһығыҙ. Шулай ҙа янығыҙҙа тейешле кәңәш бирерлек кеше табылыр кеүек. Барыһы ла һәйбәт бөтәсәк.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-04-02/yondo-nam-3-9-aprel-3192935

Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)
Йондоҙнамә (3 – 9 апрель)
Автор:
Читайте нас