Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Март 2023, 16:00

Тикшеренеүсе ҡыҙҙарыбыҙ еңеүселәр исемлегендә

“Тасимов уҡыуҙары” фәнни-тикшеренеү һәм ижади эштәр конкурсында Ҡашҡа урта мәктәбе уҡыусылары  Элина Сәмиғуллина менән Элина Фазлетдинованың да эше юғары баһаланды.

Тикшеренеүсе ҡыҙҙарыбыҙ еңеүселәр исемлегендә
Тикшеренеүсе ҡыҙҙарыбыҙ еңеүселәр исемлегендә

Тырыш, эҙләнеүсән ҡыҙҙар уҡытыусылары Данис Фазлетдинов һәм мәғариф ветераны  Наил Хәйруллин етәкселегендә ҙур эш башҡарған. Конференцияла ҡыҙҙарҙың тикшеренеү эштәре еңеүсе дипломы  һәм иҫтәлекле бүләк менән билдәләнде.

Ҡыҙҙар секция эшенән сыҡҡас төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашы.

Ҡашҡа мәктәбе уҡыусылары һәм уларҙың етәкселәре Пермь крайының Ҡуян ауылында, билдәле башҡорт улы Исмәғил Тасимовтың кесе Ватанында үткәрелгән сағыу саранан белем, тәжрибә арттырып, киләсәктә лә тыуған яғыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, билдәле шәхестәрен өйрәнергә дәртләнеп,  бай тәьҫораттар алып ҡайтты.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: