+13 °С
Болотло
Ҡуян мәктәбендә ҡунаҡтар Кама буйы ғәйнә башҡорттарына арналған экспозиция һәм китаптар күргәҙмәһе менән танышты. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимергәзе улы Мөхәмәтйәнов барыһын да йылы сәләмләне. Белем усағында арҙаҡлы яҡташтары Исмәғил Тасимовҡа тантаналы рәүештә бюст асылды.
Сараның пленар өлөшөндә конференцияны ойоштороусылар һәм килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны. Шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең Исмәғил Тасимовтың тормош һәм хеҙмәт юлына арналған бай йөкмәткеле сығыштары тыңланды.
Илһөйәр Махатова.