Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Март 2023, 15:16

Беренсе урын яулаһағыҙ – 100 мең һум!

Һәр кем ҡатнаша алырлыҡ конкурс шарттары тураһында – яҙмала. 

Беренсе урын яулаһағыҙ – 100 мең һум!
Беренсе урын яулаһағыҙ – 100 мең һум!

1 мартта Бөтә Рәсәй “Ағастар – тере тәбиғәт һәйкәлдәре” фотоконкурсы башланды. Уның маҡсаты – тәбиғәт һәйкәле булған ағастарҙың тәүге матурлығын һынландырыу, киләсәк быуын вәкилдәре өсөн уларҙы һаҡлау, үҙенсәлекле, олпат ағастарға иғтибарҙы йәлеп итеү.

Конкурсҡа ебәрелгән фотоһүрәттәре баһалау өсөн комитет һәм башҡарма, закондар сығарыу власы вәкилдәре, урмансылар, экологтар, билдәле фотографтар, рәссамдар, йәмәғәт һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ингән жюри тупланған.  

Еңеүселәргә түбәндәге премиялар ҡаралған:

1-се урынға – 100 мең һум;
2-се урынға – 60 мең һум;
3-сө урынға – 30 мең һум.

Конкурста ҡатнашыу өсөн "Ағастар — тере тәбиғәт һәйкәлдәре" (www.rosdrevo.ru) программаһының "Фотоконкурс" бүлегенә инергә һәм фотоһүрәттәрҙе күсереү битендәге “Ҡатнашырға” тигән төймәгә баҫырға кәрәк.  

Сарала Рәсәйҙең ҡарт ағастар милли реестрына ингән һәм www.rosdrevo.ru сайтындағы исемлектә раҫланған ағастар фотоһүрәттәре генә ҡабул ителә. Сара 1 октябргә тиклем үткәрелә һәм һөҙөмтә 1 ноябрҙә www.rosdrevo.ru сайтында баҫыласаҡ.

Жюри иң яҡшы тип тапҡан фотоһүрәттәр “Рәсәйҙең уникаль ағастары” фотоальбомының икенсе томында баҫыласаҡ, тип хәбәр итте республиканың Урман хужалығы министрлығынеың матбуғат хеҙмәте.

Фото: rosdrevo.ru

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-03-16/berense-uryn-yaula-a-y-100-me-um-3179263
Беренсе урын яулаһағыҙ – 100 мең һум!
Беренсе урын яулаһағыҙ – 100 мең һум!
Автор:
Читайте нас: