Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2023, 09:12

Өфө –Тегеран тура авиарейсы ҡасан булыр?

"Туристарға Ирандың быға тиклем беҙгә билдәһеҙ булған күркәм уникаль урындарын асырға ниәтләйбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Өфө –Тегеран тура авиарейсы ҡасан булыр?
Өфө –Тегеран тура авиарейсы ҡасан булыр?

13 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ирандың туристик холдингылары береһенең етәкселеге менән Өфө-Тегеран – Өфө тура авиабәйләнеште ойоштороу мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.

Радий Хәбиров бындай рейстың эшлекле әүҙемлекте һәм туризмды үҫтереү өсөн кәрәк булыуын билдәләне. Бөгөн Ирандың баш ҡалаһынан Өфөгә Мәскәү йәки Дубай аша ғына барып етергә мөмкин.

- Туристарға Ирандың быға тиклем беҙгә билдәһеҙ булған күркәм уникаль урындарын асырға ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Туризм менән бер рәттән эшлекле бәйләнеш тә мөһим. Бизнес та был рейс менән файҙаланасаҡ. Тәүге этапта, нығынып киткәнсе, пассажирҙар һаны артҡансы беҙ авиакомпанияларға ярҙам итергә әҙер.

Компания вәкилдәре Өфө менән Тегеранды бәйләүсе авиарейс ойоштороуға ҡыҙыҡһыныуҙарын белдерҙе. Пассажирҙар ташыуҙы айына дүрт тапҡыр Ирандың авиакомпанияларының береһе башҡарасаҡ.

 

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
https://bashgazet.ru/articles/novosti/2023-03-13/f-tegeran-tura-aviareysy-asan-bulyr-3175815
Өфө –Тегеран тура авиарейсы ҡасан булыр?
Өфө –Тегеран тура авиарейсы ҡасан булыр?
Автор:
Читайте нас: