

Байрамға 7-9-сы класс уҡыусыларының әсәләре лә саҡырылды. Сара башында әсәйҙәргә, ҡыҙҙарға ҡотлауҙар һәм ысын күңелдән теләктәр яңғыраны. Артабан конкурс — күңел асыу программаһы ойошторолдо. Унда “Хужабикәләр”, “Ҡыҙыл роза” һәм “Муйыл” командалары оҫталыҡта көс һынашты. Ҡатнашыусылар “Визитка”, “Интеллектуалдар”, “Өҫтәл биҙәү”, “Мәҡәл белгестәре”, “Мода күрһәтеү”, “Прическа” кеүек бәйгеләрҙә үҙҙәрен һынаны. Конкурстар араһында уҡыусылар йырҙар башҡарҙы, бейене. Ҡыҙыҡлы, оригиналь уйындар барышында барыһы ла үҙҙәренең зирәк, тапҡыр һәм ижади ҡарашлы булыуын күрһәтте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Хужабикәләр” номинацияһында — әсәйҙәр командаһы, “Иң оригиналь һәм ижади ҡарашлы” номинацияһында — 11-се класс һәм “Оҫта ҡулдар” номинацияһында 9-сы класс ҡыҙҙары еңеү яуланы.
Күркәм сара мул табын артында бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.
Фирғәт Нәбиуллин.