

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә улар Йүрүҙән йылғаһында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса чемпионат ойоштороҙолар. Ҡараяр ауыл Советы башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова балыҡсы ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлап үтте, һәм бурҙарға тотонорға старт бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар чемпионаттағы һәр ҡатнашыусының эш-ғәмәлен теүәл иҫәпләп-күҙәтеп барҙы. Балыҡсылар ҡармаҡтары сирткәнен көткән арала, ауыл таланттары күңелле йырҙар башҡарып, төрлө уйын-көлкөгә ҡоролған мәҙәни программаһын башлап ебәрҙе. Билдәле әкиәт геройҙары килеп Абдулларҙың байрамын йәнләндерҙе. Уңғандар иһә самауырҙарын шыжлатып, тәмлекәстәр менән байрамда ҡатнашыусыларға өҫтәл әҙерләне. Ә бер аҙҙан йылға өҫтөнә тәмле балыҡ һурпаһы еҫе таралды. Чемпонат аҙағында төрлө номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде, һәр ҡатнашыусы Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Тотош байрамға әйләнгән чемпионат бик күңелле булды, һәр кем тик яҡшы кәйеф менән таралышты.
Проект реализуется при поддержке Фонда Грантов Главы Республики Башкортостан.
#Трезвоесело2023 #Айыҡауыл2023 #Караидельскийрайон #Абдуллино #АбдуллинскийСК #ВсемирныйКурултайБашкир #королтай #ФСГОРБ#ГрантыРБ#23февраля#рыбалка
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.