Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Февраль 2023, 04:00

Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксе

Рөстәм Ишмаҡаев халыҡ араһында абруй һәм ихтирам яуланы

Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксеТынғыһыҙ һәм талапсан етәксе
Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксе

Районда халыҡ һаны һәм территорияһы буйынса иң ҙуры — Мишкә ауыл Советы биләмәһе. Уны йәш, инициативалы Рөстәм Ишмаҡаев етәкләй. Бына инде һигеҙ йыл яуаплы вазифаны уңышлы башҡарып килә.

Рөстәм Ишмаҡаев 1988 йылдың 2 февралендә Әлфиә һәм Әҙеғәт Ишмакаевтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, 2005 йылда Бөрө социаль-педагогия академияһына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, 2011-2015 йылдарҙа ул Мишкә ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары булып эшләй. Тырыш егет белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, артабан БДУ-ның юридик факультетын, 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы академияны уңышлы тамамлай. Эшенә яуаплы ҡараған, өмөтлө йәш белгесте район етәкселеге шунда уҡ күҙ уңына ала. 2015 йылда Рөстәм Әҙеғәт улын Мишкә ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Тынғыһыҙ, талапсан, ғәҙеллекте, ябайлыҡты беренсе урынға ҡуйған йәш етәксене халыҡ та тиҙ үҙ итә.
— Ауыл биләмәһе башлығы булыу — ҙур фиҙаҡәрлек, көс һәм энергия талап иткән, йыш ҡына нормаға һалынмаған эш көнөн күҙ уңында тотҡан бик яуаплы вазифа. Районда иң ҙур ауыл биләмәһен Рөстәм Әҙеғәт улы етәкләй. Мишкә үҫә, үҙенә күберәк иғтибар талап итә. Район үҙәгендә яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килә, йорттар төҙөлә. Был, әлбиттә, тәү сиратта Рөстәм Ишмаҡаевтың тырышлығы, уңышлы эш һөҙөмтәһе, — ти Мишкә район Советы секретары Татьяна Коледина.
Рөстәм Әҙеғәт улы — һигеҙ йыл эсендә тәжрибә туплап өлгөргән, ауыл биләмәһе Советы эшен системаға һалған етәксе. Әлеге ҡышҡы ваҡытта, мәҫәлән, Мишкә ауыл биләмәһенә ингән ауылдарҙың юлдары ваҡытында ҡарҙан таҙартыла, бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ. Рөстәм Ишмаҡаев әйтеүенсә, социаль өлкәлә, иҡтисадта, ауыл хужалығында, газ үткәреү, электр һәм һыу менән тәьмин итеү, юл өлкәһендә мөһим проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашырыу дауам итә. Мишкә ауыл Советы биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеү яҡшы ойошторолған. Рөстәм Әҙеғәт улы 2023 йылға ла ҙур пландар ҡуйылыуын билдәләне.
— Алда бик күп мөһим һәм яуаплы эштәр, пландар тора. Депутаттар менән тығыҙ бәйләнештә, халыҡ менән бергә һәм берҙәм булып ҡына башланған проекттарҙы дауам итә һәм ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн иң ҡыйыу идеяларҙы тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, — ти ул.
Рөстәм Ишмаҡаев үҙенең тынғыһыҙ эшенә ҡарамаҫтан, халыҡ дружинаһын да етәкләй. Унда дүрт кеше. Улар — Мишкә ауыл биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр, янғындар ваҡытында иң беренсе ярҙамға килеүселәр. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмаҡаевҡа Башҡортостан Республикаһында халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендәге, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡаҙаныштары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы.
Рөстәм Әҙеғәт улы һигеҙ йыл эш дәүерендә етәкселәр алдында абруй, ихтирам яулаған. Бына, мәҫәлән: “Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмаҡаевты район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнек. Ул үҙенең тырыш хеҙмәте менән юғары маҡтауға лайыҡ – һәр ваҡыт үҙ вазифаһында, ауыл биләмәһе, уның именлеге өсөн бөтә күңеле менән янып-көйә. Күптән түгел Рөстәм Әҙеғәт улы юбилейын билдәләне, уға һаулыҡ һәм артабан да халыҡ мәнфәғәтенә уңышлы эш теләйбеҙ!” — тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Павел Трапезников.
Һәр кешенең проблемаһын хәл итергә тырышҡан, һәр береһенең тәҡдимен тыңлай белгән йәш етәксе халыҡ араһында абруй яуланы. Эшенең һөҙөмтәһе булып ауыл биләмәһенең бер нисә йыл рәттән район хакимиәте тарафынан иғлан ителгән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе” конкурсында I урын яулауы торалыр. Рухлы егет халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, үҫтереү буйынса ла күп эштәр башҡара, был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә. Рөстәм Әҙеғәт улы гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы ла. “Йәнтөйәк”кә үҙе генә яҙылып ҡалмай, ә уны оло быуын вәкилдәренә, күп балалы ғаиләләргә лә бүләк итә.

Лилиә Хәсәнова.

Мишкә районы.

Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксе
Тынғыһыҙ һәм талапсан етәксе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас