

Район Мәҙәниәт һарайында үткән Рәсәйҙә — Уҡытыусы һәм остаз, Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылдарын асыуға арналған тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Флидә Ғәлиева, район Советы секретары Рәсих Әкбәров сығыш яһап, изге теләктәрен еткерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ағымдағы йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. Был ҡарар, һис шикһеҙ, уҡытыусыларҙың статусын күтәреү һәм башҡарған эштәренең мөһимлеге тураһында һөйләй. Районыбыҙҙа ла тематик йыл сиктәрендә бик күп саралар планлаштырылған, әммә иң мөһиме — уҡытыусылар хеҙмәтенең ғәйәт ҙур ижтимағи әһәмиәтен таныу.
Әлеге сарала “Йыл уҡытыусыһы-2023” конкурсының район этабы еңеүселәрен тәбрикләү ҙә оло мәғәнәгә эйә булды. Йылдан-йыл бәйге һәләтле һәм оҫта уҡытыусыларҙы асыҡларға ярҙам итә, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнә.
Сираттағы конкурс күптән түгел тамамланды. Райондың барлыҡ мәктәбенән 17 уҡытыусы комиссия иғтибарына үҙенең педагогик оҫталығын күрһәтте. Тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев конкурс еңеүселәрен ихлас тәбрикләне.
— Районда был бәйге йыл һайын күркәм йола булараҡ ойошторола һәм уҡытыусыларға үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтергә яҡшы мөмкинлек бирә. Барлыҡ еңеүселәрҙе лә ҡотлайым, республика этабында ла район данын лайыҡлы яҡлауығыҙға, һис шикһеҙ, ышанам, — тине Илгиз Әхүәс улы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан итте. Тематик йыл “Атайсал” проектының дауамы кеүек булды. Был проект беҙҙең районда ла киң танылыу алды һәм уның сиктәрендә бик күп эштәр башҡарылды. Тыуған яғы яҙмышына битараф булмаған халыҡ шишмәләрҙе төҙөкләндерә, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары өсөн йыһаздар ала, спорт ярыштары һәм башҡа саралар үткәрә, мәсеттәрҙе ремонтлай. Бындай изге эштәр бихисап. Яҡташлыҡтың берҙәмлеге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам ойошторғанда ла һиҙелде. Балтастар хәлдәренән килгәнсә был изге эшкә ҙур өлөш индерҙе.
Тыуған яғы, тыуған ауылы өсөн күп көс һалған, ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙ менән ғорурлана районыбыҙ. Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылында ла башҡарыласаҡ эштәр күп булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
— Тыуған яҡ өсөн изге эш башҡарырға өлгөргән барлыҡ кешегә оло рәхмәттәремде еткерәм, артабан да шулай берҙәм булып игелекле эштәргә ҡушылырға саҡырам! Хеҙмәттәшлек, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ беҙҙең барыбыҙға ла файҙаға булыр, тип ышанам. Бергәләп беҙ бик күп эштәр башҡара алабыҙ, — тине Илгиз Әхүәс улы.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев йәнтөйәгенә яҡшы эштәре өсөн Лилиә Ҡаһированы, Денис Әхиәровты, Булат Борхановты, Илшат Ғәлләмшинды “Атайсал — яҡташлыҡ көсө” миҙалы һәм грамотаһы менән бүләкләне.
Оло хөрмәткә лайыҡ эштәр башҡарһалар ҙа, улар тәбиғәттәре буйынса тыйнаҡ һәм ҡылған ғәмәлдәре тураһында һөйләргә яратмай. Шундайҙарҙың береһе — шәхси эшҡыуар Булат Борханов. Ул райондаштарына яҡшы таныш. Һабантуйҙар, Яңы йыл байрамдары үткәреүҙә, мәсеттәр ремонтлау кеүек эштәрҙә ул бағыусы ярҙамы күрһәтә.
—Ҡулдан килгәнсә тыуған ереңә ярҙам күрһәтергә кәрәк, тип уйлайым. Юҡҡа ғына халыҡ телендә: “Биргән — байыған”, тип әйтмәйҙәр бит. Изгелек итһәң, ул үҙебеҙгә изгелек булып кире әйләнеп ҡайта. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, төрлө саралар үткәрелһә лә ярҙам итергә тырышабыҙ. Бына әле күптән түгел махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бар район халҡы менән гуманитар ярҙам йыйҙыҡ. Бындай эштән нисек ситтә ҡалаһың инде. Шулай берҙәм булғанда, бергә булғанда бер ниндәй ҙә ҡаршы көс еңә алмаҫ беҙҙе. Үткән йыл Асҡын районында “Кесе Ватаным — Атайсал” форумында ҡатнаштыҡ. Төрлө майҙансыҡтарҙа булып, бик күп мәғлүмәт, тәжрибә туплап, бай тәьҫораттар алып, рухланып ҡайттыҡ, — тип һөйләне Булат Азат улы.
Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы тематик йылдарҙы асыуға арналған тантанала ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.