

Тәтешле районының Күрҙем ауыл биләмәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған "Күрҙем шишмәләре" шиғриәт фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы. Конкурс өс йүнәлештә ойошторолдо.
Балтас районынан бәйгелә ҡатнашып, үҙе яҙған шиғырҙар юнәлешендә Гөлшат Ихсанова — Гран- приға, шиғыр һөйләүҙә Нәзинә Хөснимәрҙәнова — 3-сө урынға, Мәғҙән Фазылов — "Күңел осошо", Зәйнәп Ғафарова — "Илһам ҡанаты" номинацияларына, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарыуҙа "Йондоҙҙар" дуэты (Алһыу Әхмәтсафиева, Айҙар Сираев) 3-сө урынға лайыҡ булды. Райондаштарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.