

Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Асҡын ауыл биләмәһенең Асҡын ауылында балалар майҙансыҡтары һатып алыу һәм ҡуйыу планлаштырылған. Арбаш, Ҡарткиҫәк, Көнгәк ауыл биләмәләре халҡы тракторҙар өсөн ротор сапҡыстары һатып алырға ниәтләй. Трактор өсөн аҫмалы ҡорамал тураһында Табаҫҡытамаҡ, Ҡубияҙ ауылдары халҡы ла хыяллана — техниканы улар үткән йыл ошо программа сиктәрендә һатып алған. Ҡашҡа ауыл биләмәһе халҡы ла программа ярҙамында трактор һатып алырға планлаштыра. Солтанайҙар «Солтанай ауылы ял паркын төҙөкләндереү өсөн инвентарь һәм төҙөлөш материалдары һатып алыу» проекты менән ҡатнашып, ял паркы төҙөргә ниәтләй. Урамды ремонтлау — Ҡаҙансы ауыл биләмәһенең Иҫке Ҡаҙансы, Мотабаш ауыл биләмәһенең Яңауыл ауылы, Петропавловка ауыл биләмәһенең Йырмаялан ауылы халҡы өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә быйыл Ключи ауыл биләмәһенең Степановка, Ҡышлауйылға ауыл биләмәһенең Ҡышлауйылға , Солтанбәк ауыл биләмәһенең Сураш, Урмияҙ ауыл биләмәләренең Урмияҙ ауылдары мәҙәниәт усағын яңыртырға ниәтләй.