Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Февраль 2023, 09:55

Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар

районда үткән саңғы ярыштарынан ситтә ҡалмай

Спорт һөйөүсе ЗыятдиновтарСпорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар

“Рәсәй саңғы юлы-2023” саңғы ярышында ғаилә менән килеүселәр бигерәк күп ине. Ата-әсәләре лә, балалар ҙа теләп саңғыға баҫты һәм тейешле дистанцияны лайыҡлы  үтте. Саңғы спортын һөйөүсе ғаиләләрҙең береһе — Асҡындан Зыятдиновтар.  

Гөлфиә һәм Ришат Зыятдиновтар балаларына сәләмәт йәшәү рәүешен үҙҙәре өлгөһөндә пропагандалап, спортҡа һөйөү тәрбиәләй. “Рәсәй саңғы юлы-2023” саңғы ярышына ла улар ғаилә менән килде һәм теләп ҡатнашты.

Үткән ялда Асҡын 2-се балалар баҡсаһы ойошторған “Ғаилә менән йүгереү” саңғы ярышында ла улар әүҙем ҡатнашып, Ришат Рәмил улы атайҙар араһында — 1-се, Гөлфиә Ринат ҡыҙы әсәйҙәр араһында  — 3-сө һәм ғаиләләре менән 2-се урын яулайҙар.

Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Спорт һөйөүсе Зыятдиновтар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас