

Бөгөн Асҡын ауылының паспортлаштырылған трассаһы ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте – “Рәсәй саңғы юлы-2023” Бөтә Рәсәй XLI асыҡ саңғы ярышы үтте.
“Рәсәй саңғы юлы” илебеҙҙә 1982 йылдан алып үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Күптәр өсөн физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеү йәшәү рәүешенә, ә сарала ҡатнашыу иһә яҡшы традицияға әйләнгән.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл һауа торошо ла ҡыуандырҙы, сағыу ҡояш нурҙарына күмелгән көн йылы, трасса йөрөү өсөн яҡшы булды. Асҡындарҙың сәләмәт тормош яҡлы булыуын шунан да күрергә була: саңғыға баҫҡандар араһында райондың барлыҡ мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәләре вәкилдәре, өлкән быуын һәм бәләкәс балалар ҙа күп ине.
Спортсыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов сәләмләне һәм сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уңыштар теләне.