+30 °С
Болотло


“Рәсәй саңғы юлы-2023” Бөтә Рәсәй саңғы ярышында барлыҡ мәғариф учреждениелары, шулай уҡ эшсе йәштәр һәм өлкән быуын вәкилдәре ҡатнашты. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға өс йәш булһа, иң өлкәне 70 йәште уҙғайны.
Етеҙлектә ярышыуҙа барлығы 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
11 йәш категорияһы буйынса ярышыусылар стартҡа баҫты һәм иң етеҙҙәр грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.